Сүриә флагы
Сүриәнең хәҙерге флагы 1980 йылда ҡабаттан индерелгән. Элек был флаг Берләшкән Ғәрәп Республикаһы тарафынан 1958—1971 йылдарҙа ҡулланылған.
Сүриә флагы | |
Нигеҙләү датаһы | 22 февраль 1958 |
---|---|
![]() | |
Юрисдикция таралышы | Сүриә һәм Объединённая Арабская Республика[d] |
Жанр | Pan-Arab colors flag[d] һәм Горизонталь өс буйлы флаг[d] |
Соотношение сторон | 3:2[d] |
Төҫ | Ҡыҙыл төҫ, аҡ, Ҡара төҫ һәм Йәшел |
Һүрәтләнгән объект | поле[d] һәм пятиконечная звезда[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 28 сентябрь 1961 |
![]() |
Тасуирламаһы
Ике йондоҙ баштан уҡ Берләшкән Ғәрәп Республикаһына ингән ике ил — Мысыр һәм Сүриәне символлаштыра. Әле улар Сүриәнең ғәрәп берҙәмлегенә бирелгәнлеген күрһәтеү өсөн һаҡланған. Йәшел төҫө — фатимиҙар, аҡ — өмәүиҙәр, ҡара — ғәббәсиҙәр һәм ҡыҙыл — һашимиҙар династияһы төҫө (шәриф Хөсәйен 1916 йылда Ғәрәп ихтилалына ҡушылған саҡта өҫтәлә).
Тарихы
Ғәрәп ихтилалы флагы 1918 йылдың 30 сентябрендә Ғосман империяһынан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң хәҙерге Сүриә территорияһында ҡулланылған беренсе флаг була.
Ошо флаг нигеҙендә 1920 йылда Сүриә Короллегенең флагы әҙерләнә һәм ҡабул ителә. Ҡыҙыл өсмөйөш эсендә төшөрөлгән йондоҙ Сүриәнең ғәрәп төҫтәрен ҡулланыусы тәүге ил булыуын символлаштыра.
Флагтың тарихы бай, ул күп үҙгәрештәр кисерә. 1980 йылда хәҙерге флаг ҡабул ителә, ул 1958 йылғы флагҡа оҡшаш.
- Ҡулланылған флаг оппозиция2011—
- Сүриә төркмәндәренең флагы
- Сүриә курдтары флагы
- Сүриә Короле штандарты 1920
- Сүриә Президенты штандарты 1972—1980
- Сүриә Президенты штандарты 1980
Француз Сүриә дәүләттәре флагтары
Француз Сүриәһендәге һәр дәүләттең (Францияның мандатлы территорияһы) үҙ флагы була.
- Нүсәйриҙәрҙең автономиялы территорияһы флагы (1925 йылдан — Нүсәйриҙәр дәүләте, 1930 йылдан - Латакия санжағы) 1 сентябрь 1920 — 1 март 1937