Субарту
Субар (шумер. Su-bir4/Subar/Šubur) йәки Субарту (аккад. Šubartum/Subartum/ina Šú-ba-ri, ассир. mât Šubarri) — аккад һәм ассирий текстарында телгә алынған ил. Тигр йылғаһы буйында Бабилиянан төньяҡта урынлашҡан. Илдең атамаһы Амарна архивындағы документтарҙа Субари, угарит яҙмаларында Šbr (һуҙынҡылар төшөрөп ҡалдырыла) тигән формала ла осрай.
Субарту |
Сығанаҡтарҙа телгә алыныуы
Династияларға тиклемге башланғыс осор
«Энмеркар менән Араттаның хакимы» тигән шумер эпосында династияларға тиклемге башланғыс осор күренештәре тасуирлана, унда «телдәр буталған» илдәр атала — уларға Субарту, Хамази, Шумер, Ури-ки (Аккад) һәм Марту (амориҙар иле) инә. Аккад әйләнәһендәге «дүрт квартал» араһында Субарту, шулай уҡ Марту, Элам һәм Шумер телгә алына. Субарту Лугальаннемунду империяһының провинцияһы булараҡ атала.
Аккад осоро
Аккад осоронда Саргон Субарға ҡаршы һуғыша. Нарам-Суэн Субарҙы Арманум менән бергә уның хакимлығы аҫтында булған ерҙәр иҫәбендә телгә ала.
III Ур династияһы осоро
Субарту Шүлги батшаның (III Ур династияһы осоро) шына яҙыулы яҙмаларында төньяҡтағы ҡурҡыныс ил итеп телгә алына. Бөтә мәғлүмәттәрҙе барлағандан һуң, Субарту менән бәрелештәрҙә Урҙың һиҙелерлек уңышҡа өлгәшә алмауы күренә. Ур батшаларының вариҫы, Исин ҡала-дәүләтенән Ишби-Эрра амориҙар менән төньяҡҡа яу сәфәрҙәренә бара, әммә уңыш яулай алмай.
Иҫке Ассирия осоро
Субартуҙы Арманум менән бергә Ассирия батшаһы Саргон I шына яҙыулы яҙмаларында үҙе һуғышҡан илдәр рәтендә телгә ала[1].
Иҫке Бабил осоро
Иҫке Бабил сығанаҡтарында Субарту Хаммурапи яҙмаларында уның батшалыҡ итеүенең 30, 32 һәм 35-се йылдарындағы (беҙҙең эраға тиклем 1762, 1760 һәм 1757 йылдар) ваҡиғаларҙа телгә алына. Хаммурапи текстарынан күренеүенсә, Субарту уның дошмандары яғында булған, әммә аҙаҡ еңелгән һәм сигенергә мәжбүр булған. Субарту «Эрра тураһында поэма»ла (IV, 132) Бабил батшалығын йонсотҡан илдәр рәтендә телгә алына[2].
Урта Ассирия осоро
Урта Ассирия осоро йылъяҙмаларында Субарту тураһында беҙҙең эраға тиклем XIV быуат аҙағынан башлап мәғлүмәттәр осрай. Мәҫәлән, уларҙа яҙылыуынса, Адад-нирари I субариҙарҙың да ғәскәрен ҡыйрата, ә Тукульти-Нинурта I үҙенең титулдарында субариҙарҙың да батшаһы тип телгә алына. Тиглатпаласар I яҡынса беҙҙең эраның 1114 йылында Субартуға яу сәфәре менән бара һәм уны буйһондора.
Субарту хет сығанаҡтарында
Хет сығанаҡтарында Субарту тураһында мәғлүмәттәр әҙ һәм буталсыҡ, әммә фараз ителеүенсә[3], хет сығанаҡтарындағы «Аззи» (Алзи) Субартуға ҡағыла.
Субарту Мысыр сығанаҡтарында
Амарна архивындағы беҙҙең эраға тиклем XIV быуатҡа ҡараған дүрт документтың өсөһөндә (аккад телендәге хатлашыу) Субари топоним булып тора. Был хаттар Эхнатонға яҙылған.
Субарту Урарту сығанаҡтарында
Беҙҙең эраға тиклем IX быуат аҙағында Субарту Урарту хакимлығы аҫтына эләгә һәм VII быуаттың беренсе сирегенә тиклем уға буйһонған сифатта ҡала .
Яңы Ассирия осоро
Субарту Асархаддондың хатында фетнәсел ил тип баһалана.
Иҫкәрмәләр
- Ադոնց Ն. «Հայաստանի պատմությունը», Երևան 1972 թ. (на армянском), в переводе Адонц Н. «История Армении», Ереван 1972,
- BOTTERO Jean, KRAMER Samuel Noah, Lorsque les dieux faisaient l’homme, Gallimard, Paris, 1989, p.704.
- Иванов В. В. («Выделение разных хронологических слоев в древнеармянском и проблема первоначальной структуры текста гимна Вахагну», ИФЖ, N 4, Ереван 1983, стр 31-33
- Հակոբյան Մ. «Հայ ժողովրդի ռազմական տարեգիրք», Երևան 2007 թ. (на армянском), в переводе Акопяна М. «Военная летопись армянского народа», Ереван 2007
Әҙәбиәт
- Arthur Ungnad, Die ältesten Völkerwanderungen Vorderasiens. Ein Beitrag zur Geschichte und Kultur der Semiten, Arier, Hethiter und Subaräer. Kulturfragen 1, 1923, 4-8.
- Arthur Ungnad, Subartu, Beiträge zur Kulturgeschichte und Völkerkunde Vorderasiens (Berlin/Leipzig 1936).
- Moran, William L. The Amarna Letters. Johns Hopkins University Press, 1987, 1992. (softcover, ISBN 0-8018-6715-0)