Сирбай

Сирбай (рус. Сюрбаево) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Арыҫлан ауыл Советы составындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 217 кеше[2]. Почта индексы — 452507, ОКАТО коды — 80236810006.

Ауыл
Сюрбаево
башҡ. Сирбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Арыҫлан ауыл Советы

Координаталар

55°25′29″ с. ш. 59°04′42″ в. д.

Халҡы

217[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452507

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 810 006

ОКТМО коды

80 636 410 126

Сюрбаево (Рәсәй)
Сюрбаево
Сюрбаево
Сирбай (Башҡортостан Республикаһы)
Сюрбаево

Географик урыны

Сирбай ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Алайылға буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көнсығышҡа 32 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көсығышҡа табан 45 километр алыҫлыҡта уынлашҡан[3].

Этимологияһы

Ауылдың атамаһы Сирбай антропонимынан килеп сыҡҡан. Сирбай исеме иһә Сиреү+бай һүҙҙәренән яһалып, халыҡ теленә ҡыҫҡа вариантта инеп киткән. Сиреү — ғәскәр тигән һүҙ[4].

Тарихы

Сирбай (урыҫ йәниҫәбе материалдарында Самарово, Сатаево тип тә теркәлгән) ауылына XVIII быуатының 2-се яртыһында, тәүге төпләнеүсе кешенең исеме менән Һамар атамаһын биреп, үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Уның улдары: Шәмәкәй һәм Тажетдин Һамаровтар тураһында мәғлүмәт бар.

Артабан ауылды хәҙерге исеме, был ауылға килеп ултырған Сирбай Ҡарабашев исеме менән йөрөтә башлағандар. Сирбай Бикмәт улы Ҡарабашев 1798 йылдан 1825 йылға тиклем Мөхәмәт ауылында йәшәгән булған. Уның улдары: Мөхәмәтзариф, Дәүләтбай, Мөхәмәтзакир, Мөхәмәтшакир[5].

5 йылдан Сирбай ауылында 39 йортта 212 кеше йәшәгән [6]. Был ауылды тағы ла Кумый-Самар, Самаварово тип тә атағандар.

1841 йылда был ауылда Әйле улусы Аҙнабай ауылы халҡы төпләнә[7].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Дыуан улусыТроицк өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
1816-се йорт4-се Загорный Башҡорт кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-се йорт4-се Загорный Башҡорт кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-се йорт4-се Загорный Башҡорт кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-се йорт4-се Загорный Башҡорт кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Иҫке Балаҡатай улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920биләмәһеҮрге Ҡыйғы өйәҙеАвтономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926Дыуан улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ыСССР СССР
1935Арыҫлан ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1941Арыҫлан ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1990Арыҫлан ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008Арыҫлан ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

1854 йылда Сирбай ауылындағы 9 йортта 93 ир-ат һәм 94 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

1865 йылда 41 йортта 214 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған.

Сирбай халҡы игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөләнгән.

1894 йылда сирбайҙар ер биләмәләрен йән башына (139 ир-ат) бүлеүгә күскән.

Ер ҡара тупраҡлы, 30 йыл дауамыында һөрөлгән. Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше системаһы ҡулланыла. Өс ат егеп һөрө торған һабандар ҡулланылған. Һатҡы заводынан һатып алынған өс атлы һуҡҡыс һәм елгәргескә эйә булғандар.

1895 йылда 52 йорт була. Шуларҙан 11 хужалыҡтың малы булмай. 30 кеше Ҡуҫа заводына урман йығып утын әҙерләргә ялланған. Ҡуҫа ҡалаһында ҙур сауҙа рәттәре лә ойошторолған. Ауылда 2 кибет булған[8].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

1906 йылда Сирбайҙа 1895 йылда төҙөлгән мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән.

1920 йылда Сирбай ауылындағы 67 йортта 391 кеше йәшәгән[9].

Әлеге ваҡытта Сирбай ауылында балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[10].

Халыҡ һаны

Сирбай ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август391
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар351
1959 йыл 15 ғинуар266
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар204
2002 йыл 9 октябрь200
2010 йыл 14 октябрь2179911845,654,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

  • Зөлҡәрнәев Юмпир Дәүләтша улы (1931, Ҡыйғы районы, Сирбай ауылы — ) — техник фәндәр кандидаты, доцент. 1949 йылда Мәсәғүт уҡытыусылар институтын (1949-1950), 1954 йылда Иркутск хәрби училищеһын тамамлай. 1968-1996 йылдарҙа Өфө авиация институтында преподаватель[11].

Урамдары

  • 8 Март урамы (рус.  8 Марта (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Өлкәров урамы (рус.  Улькарова (улица)[12]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар: Әй, Алайылға.

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Көртмәлелек: Сирбай ауылы янында ҡара еләк йәғни көртмәлелек — тәбиғәт һәйкәле.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 112—113 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Сирбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 93-сө бит
  5. Сирбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 3839. Л. 2; Ф. 138. Оп. 2. Д. 345,698. Ф. 172. Оп. 1. Д. 80; Ф. 138. Оп. 2. Д. 485. Вестник Уфимского земства. С. 138. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 468; Ф. 172. Оп. 1. Д. 25. Л. 51.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. Сирбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. http://kigi-kultura.ru/?p=4959 Зулькарнаев Юмпир Давлетшинович. Отдел культуры Кигинского района РБ
  12. Карта д. Сюрбаево. Улицы
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.