Симәк
Симәк — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Симәк ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Симәк татар. Симәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Симәк |
Координаталар |
55°25′ с. ш. 53°25′ в. д. |
Халҡы |
257 человек (2008) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423989 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
|
Географик урынлашыуы
Ауыл Мышыға йылғаһы бассейнында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
Симәк — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. 1701 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһе составында була. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә.
1870 йылда мәсет, мәктәп, һыу тирмәне, хужалыҡ магазины теркәлгән[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].
Халҡы
1795 йылда ир енесле 63 башҡорт, 47 типтәр; 1834 йылда — 231 башҡорт; 1859 йылда — 306 башҡорт йәшәй. Керҙәштәр сығышы менән байлар ыруы башҡорттарынан булған[2].
1859 | 1870 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
306 | 340 | 543 | 734 | 655 | 743 | 441 | 377 | 353 | 385 | 315 | 269 | 257 |
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
- Татарская энциклопедия.
- Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 544-546. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.