Сальмонеллёз

Сальмонеллёз — кеше һәм хайуандарҙың инфекцион ауырыуы. Salmonella затына, Enterobacteriaceae ғаиләһенә ҡараған бактериялар тыуҙыра.

Сальмонеллёз
Salmonella typhimurium
Salmonella typhimurium
МКБ-10

A02.0

МКБ-9

003.0

 Сальмонеллёз Викимилектә

Кеше сальмонеллёзы

Башлыса инфицирланған хайуан һәм ҡош продукттарын ашағандан һуң башлана. Ауырыу бактериялары ашҡаҙан-эсәк юлына үтеп инә һәм токсиндар бүлеп сығара. Инкубация осоро 2 сәғәттән алып 3 тәүлеккә тиклем. Гастроинтестиналь, таралған (тифҡа оҡшаш һәм септик варианттары) сальмонеллёз формалары һәм сальмонеллёз бактерияларын йөрөтөүсәнлек айырыла.

Төп симптомдары

Тән температураһы күтәрелеү, өшөп ҡалтырау, ҡоҫоу, эс китеү, эс ауыртыу һ.б. Диагностика өсөн клиник-эпидемиологик һәм лабороторияларҙа (бактериологик, серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла.

Дауалау

Медикаментоз (антибактериаль, инфузия һ.б. препараттар).

Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр

Гиповолемия, инфекцион токсикоз шоктары, йөрәк етешмәүсәнлеге һ.б.

Иҫкәртеү

Аҙыҡ‑түлек продукттарын етештереүҙә, ташыуҙа һәм һаҡлауҙа гигиена талаптарын һ.б. үтәү.

Мал сальмонеллёзы

Инфекция сығанағы — ауырыу хайуандар һәм бактерия йөрөтөүселәр. Ауырыу алиментар, аэроген, ҡорһаҡ эсе (ҡолон, һарыҡ бәрәсе) юлдары аша йоға.

Төп симптомдары

Киҫкен ауырыу осрағында — тән температураһы күтәрелеү, малдың төшөнкө хәле, аппетит боҙолоу, эс китеү, конъюнктивит; ярым киҫкен һәм хроник ауырыу осрағында — хәлһеҙләнеү, пневмония, артрит, һарыҡтарҙа, бейәләрҙә — аборт һ.б. Диагностика өсөн клиник, патологоанатомик, эпизоотологик, лаборотор тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла.

Дауалау

Медикаментоз (ауырыуға ҡаршы махсус сыворотка, антибиотиктар, нитрофуран препараттары, бактериофагтар һ.б.).

Иҫкәртеү

Малды аҫрау һәм ашатыуҙың зоогигиена һәм ветеринария‑санитария ҡағиҙәләрен үтәү, инә малды һәм тыуған йәш малды вакцинациялау, карантинда тотоу һ.б. Малды һуйырға мәжбүр булған осраҡта уларҙан алынған продукттар сальмонелледы киҫәтеү өсөн тикшерелә.

Башҡортостанда ауырыуҙы тикшереү һәм анализлау

Кеше сальмонеллёзы

Башҡортостанда 100 мең кешегә 2004 йыл — 33,3, 2006 йыл — 33,9, 2008 йыл 43,7 сальмонеллёз менән ауырыған кеше теркәлгән. 21 быуат башынан Медицина университетында Д. Х. Хунафина етәкселегендә Сальмонеллёз диагностикаһы, клиникаһы, уны дауалау мәсьәләләре б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (А. П. Мамон, Ә.М.Шәмсиева), ауырыуҙың этиологик, клиник‑эпидемиологик структураһы өйрәнелә (А. Н. Бурганова, Р. З.Ғүмәрова, В. Ф.Шәйхмиева), С. этиотроп терапияһы ысулдары камиллаштырыла (Бурганова, А. Т.Ғәлиева, Шәмсиева).

Мал сальмонеллёзы

Башҡортостанда 2003—07 йылдаҙа был ауырыу менән ауырыу осраҡтары теркәлгән (баш һаны): һыйыр малы — 17, сусҡа — 5. 20 быуаттың 30—40‑сы йылдарында Ветеринария лабораторияһында быҙау һәм ҡолон cальмонеллез эпизоотологияһы һәм махсус иҫкәртеү мәсьәләләре (В. Н. Грибанов, И. А. Смирнов), 20 б. 90‑сы йылдарында Аграр университетта сальмонеллёз осрағында мал эсәклегенең иммуногенезын көйләү һәм микробиоценозын төҙәтеү өсөн умартасылыҡ продукттарын ҡулланыу мәсьәләләре (Р. Т. Маннапова) һ.б. өйрәнелә.

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.