Рәсүлиә

Рәсүлиә — Ырымбур губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһе) Троицк ҡалаһындағы 5-се йәмиғ мәсете янындағы мәҙрәсә. Тәүге мөҙәрисе — Зәйнулла Рәсүлев.

Мәҙрәсә
Рәсүлиә
ИлРәсәй империяһы Рәсәй империяһы
ГубернаЫрымбур
ГородТроицк ҡалаһы
йүнәлеш, мәктәпсөнни, хәнәфи
МәсетТроицкиҙың тарихи мәсеттәре (5-се йәмиғ мәсете)
Архитектура стилеИсламская архитектура
Төҙөлөштө башлаусыЗәйнулла Рәсүлев
Шәфҡәт итеүселәрИбрай Алтынсарин
Төп даталары:
1884асыу
1919ябыу
МөҙәрисЗәйнулла Рәсүлев (1884 йылдан), Ғабдрахман Рәсүлев ( 1905 йылдан)
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 7400425000

Тасуирлама

« Рәсүлиә» мәҙрәсәһе Рәсәйҙәге иң яҡшы мосолман мәҙрәсәһе булараҡ абруй ҡаҙана һәм башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ халыҡтарында мәҙәни — ғилми үҙәккә әйләнә. Уның дәрәжәһе хәҙерге университеттарҙыҡынан да юғарыраҡ булған була. Бөтә Көньяҡ Уралда беренсе булып, «Рәсүлиә» лә яңы уҡытыу алымы индерелә. Прогрессив ҡарашлы Зәйнулла ишан мосолман балаларының рус телен, сит ил телдәрен, мәҙәниәтен белеүен хуп күргән, шуға ылыҡтырырға тырышҡан. Хәлфәләр, мөғәллимдәрҙе лә тик белемле алдынғы ҡарашлылар араһынан ғына һайлап алған.

«Рәсүлиә» мәҙрәсәһе XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Рәсәй мосолмандарының ысын рухи үҙәгенә әүерелә.

Сығанаҡтар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.