Рус Төньяғы милли паркы
Рус Төньяғы милли паркы (рус. Национальный парк «Русский Север») — Рәсәйҙең Вологда өлкәһе Кирилловский районы биләмәһендәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе.
Рус Төньяғы милли паркы | |
---|---|
Милли парк гербы | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 168 000 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 20 март 1992 йыл |
Урынлашыуы | |
60°20′00″ с. ш. 38°40′00″ в. д. | |
РФ субъекты | Вологда өлкәһе |
Яҡындағы ҡала | Кириллов |
russever.region35.ru | |
Рус Төньяғы милли паркы Викимилектә |
1992 йылдың 20 мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 182-се указы менән Вологда күлдәренең уникаль тәбиғи комплекстарын һәм төбәктең бай тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында ойошторола.
Был ерҙәр бай тарихҡа эйә, архитектура-тарихи ҡомартҡылары күп һанлы[1].
Географияһы
Парк майҙаны 168 000 гектар тәшкил итә, шуларҙың 116 100 гектары — урман. Хужалыҡ файҙаланыуынан алынмаған ерҙәр территорияның 54,4 процентын биләй.
Парк Белозерск-Кириллов һыртындағы Белое, Воже, Кубенский күлдәре араһында, өлкә үҙәге Вологданан төньяҡ-көнбайышҡа табан 120 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Милли парк территорияһы аша аҡҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ йылғалар, күлдәр, шишмәләр, каналдар Каспий диңгеҙе бассейнына, ә Порозовица һәм Модлона йылғалары ҡушылдыҡтары менән Аҡ диңгеҙ бассейнына ҡарай.
Транспорт инфраструктураһы
Милли парк территорияһы аша түбәндәге юлдар үтә:
- Вологда — Медвежьегорск А119 федераль автомобиль юлы,
- Кириллов — Чарозеро,
- Кириллов — Белозерск,
- Кириллов — Череповец.
Волга-Балтик һыу юлы һәм Төньяҡ Двина шлюз системаһы ҙур әһәмиәтенә эйә[1]. 1825—1828 йылдарҙа төҙөлгән һәм парк аша үткән Төньяҡ Двина һыу системаһы инженерлыҡ эше ҡомартҡы булып тора, уға 5 яһалма канал һәм 7 шлюз инә.
Туризм
Парк территорияһында 8 туристик үҙәк, 5 балалар ял лагеры һәм үҫмерҙәр өсөн йәйге хеҙмәт лагеры эшләй; 4 һунарсылыҡ һәм Балыҡ тотоу базаһы урынлашҡан[2].
Иҫкәрмәләр
- Национальный Парк "Русский Север". Общие сведения . ООПТ России. Дата обращения: 14 ғинуар 2010.
- Национальный Парк "Русский Север". Коротко об ООПТ . ООПТ России. Дата обращения: 14 ғинуар 2010.
Һылтанмалар
- Историко-культурное наследие как фактор возрождения сельской местности России . Архивировано из оригинала 3 август 2014 года.
- Национальный парк «Русский Север»
- Официальный сайт Национальный парк «Русский Север»