Рсай

Рсай (рус. Рсаево) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 926 кеше булған[3]. Почта индексы — 452263, ОКАТО коды — 80230860001.

Рсай
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Рсай ауыл Советы (Илеш районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Рсай ауыл Советы (Илеш районы)
Халыҡ һаны 894 кеше (2017)[2]
Почта индексы 452263

Тарихы

Ҡыр-Йылан улусының Лаяшты түбәһенә ҡараған Рсай ауылы Баҙы йылғаһы үҙәнендә урышлашҡан. Ауылға нигеҙҙе Йылан улусы общинаһының әүҙем ағзаһы Ырыҫ Тәмәйев һалған, тип фаразлана. Ул йыш ҡына милек буйынса бәхәсле эштәрҙе тикшергән ваҡытта үтескә аҡса биреп тороусы ла һәм аралашсы булараҡ та сығыш яһай. 1782 йылда аҫаба башҡорттар 50 йылға, йылына һәр ихатанан 10-ар тин түләү шарты менән, дәүләт крәҫтиәндәре сословиеһына ҡараған, яңыраҡ суҡындырылған сыуаштарҙы үҙ ерҙәренә индерә[4].

Бөтә Рәсәй рәүиздәре мәғлүмәттәре: 1795 йылда ауылда 170 кеше, 1816 й. - 250, 1834 й. - 380, 1858 й. - 595, 1870 й. - 692, 1917 йылда 1905 кешенең йәшәүе теркәлә[4].

1843 йылда 328 башҡортҡа 720 бот ужым һәм 1664 бот яҙғы иген сәселә. Берәү 8 бот катуф сәсә. Ауылда 4 тирмән була (1870 г.)[4].

Мәсет янында балаларҙы уҡытыу өсөн «училище» эшләй.

Рядовой Мәғәҙән Әбделлкәримов (1787 йылда тыуған) 1812 йылғы Ватан һуғышында 5-се Башҡорт полкы составында һуғышҡаны өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнә. Уның улдары: Мөхәмәтлатиф, Мөхәмәтвәли[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар1856847100945,654,4
1959 йыл 15 ғинуар128255572743,356,7
1970 йыл 15 ғинуар124158066146,753,3
1979 йыл 17 ғинуар109950159845,654,4
1989 йыл 12 ғинуар91841850045,554,5
2002 йыл 9 октябрь92845247648,751,3
2010 йыл 14 октябрь92643549147,053,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2022)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2022)

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.