Рапс
Рапс — әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған кәбеҫтә затының бер йыллыҡ яҙғы йәки ужым үҫемлеге.
Рапс | |||||||||||||||||||||
![]() Общий вид цветущего растения. Испания | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Brassica napus L., 1753 | |||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||
|
Таралышы
Шипкәнде (ялан кәбеҫтәһе) баҡса кәбеҫтәһе менән һеркәләндереү һөҙөмтәһендә сығарыла. Ҡырағай рәүештә осрамай. Ҡытайҙа, Канадала, Германияла, Францияла һәм РФ‑та үҫтерелә. Башҡортостанда яҙғы рапс (кольза) үҫтерәләр.
Ботаник яҙма
![]() | ||||||||||
«Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация |
Һабағы тармаҡлы, бейеклеге 50—250 см тиклем. Розеткалы япрағы һаплы, лира формаһында, ҡауырһын һымаҡ ҡырҡылған, аҫҡы һабаҡ япрағы — лира формаһында, урталағыһы — оҙонса һөңгө һымаҡ, өҫкөһө — оҙонса ланцет формаһында. Сәскәлеге — ваҡ, һары төҫтәге 25—40 сәскәле тәлгәш. Емеше — шар формаһындағы 24—35 орлоғо булған ҡуҙаҡ, төҫө аҡһыл көрәндән ҡараға тиклем. 1000 орлоғоноң ауырлығы 3—6 г. Һыуыҡҡа сыҙамлы, дым яратыусы үҫемлек. Ситтән һеркәләндерелә. Вегетация осоро 80—110 тәүлек.
Составы
Орлоғоноң составы (проценттарҙа): май — 32—35, аҡһым — 21.
Төп элгәрҙәре
Ужым иген культуралары һәм пар баҫыуҙары. Орлоҡто ябай рәт ысулы менән сәсеү нормаһы 2,5—3,0 млн дана/га (10—12 кг/га), сәсеү тәрәнлеге — 3—4 см. Р. — май биреүсе культура, мал аҙығы культураһы, баллы үҫемлек. Р. майы аш‑һыу әҙерләгәндә, шулай уҡ сәнәғәттең маргарин, һабын, металлургия, текстиль тармаҡтарында һ.б. ҡулланыла. Йәшел массаһы, төпрәһе һәм ҡалдығы мал аҙығы булараҡ файҙаланыла.
![]() | ||||||||||
Сәскә атыусы рапс сәсеүлектәре |
![]() | ||||||||||
Рапстың Plasmodiophora brassicae йыйыусы бүрткән тамыры |
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Рапс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Май биреүсе культуралар |
Ҡытай сәтләүеге | Аҡ гәрсис | Сарепт гәрсисе | Ҡара гәрсис | Кенә уты | Кокос пальмаһы | Киндер | Кунжут | Етен | Ляллеманция | Европа зәйтүне | Перилла | Көнбағыш | Кукуруз | Рапс | Шипкән | Сафлор | Соя | Тунг | Мамыҡ | Чуфа |