Пыжьяновка шарламаһы
Пыжьяновка шарламаһы — Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында Башҡортостандың Бәләбәй районындағы Пыжьяновка (хәҙер бөткән) ауылы эргәһендә, Дәүләкән районы менән Бәләбәй райондарының сиген бүлеп тора.
Шарлама | |
---|---|
![]() | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Район | Дәүләкән районы |
Йылға | Шарлама |
Бейеклеге | 12 м |
![]() |
Тасуирламаһы
Һыу текә ҡаянан, 12 метр бейеклектән, төшә. Йәй һыу ағымы кәмей, һәм шарлауыҡ урынына ҡаянан ағып төшөүсе һыу ҡала.
Башҡортостандағы иң ҙур күл — Асылыкүлдән дүрт км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Шарлама һыуы артабан Дәүләкән районы Буранғол ауылы эргәһендә бер нисә шишмә ҡушылып киңәйә, йылға булып Асылыкүлгә ҡоя. Йылға «Шарлама йылғаһы» тип йөрөтөлә[1].
Пыжьяновка шарламаһы тибиғәт паркы биләмәһендә урынлашҡан[2].
Этимологияһы
Шарлама, шарлауыҡ — текә ҡаянан, һикәлтәнән, киҫә ағып төшкән һыу[3]. Шарламаны урындағы халыҡ Пыжьяновка ауылы исеме менән йөрөтә. Ерле халыҡ телендә Пыжьяновка — «Буржиян ауылы», «Буржиян шарламаһы»[1].
Иҫкәрмәләр
- Әкимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙы ҡыҙы раҫлай.8 октябрь 20021 й.
- Информационное агентство «БАШИНФОРМ» . Архивировано 19 сентябрь 2012 года.
- Тарих,Тел һәм Әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең һүҙлеге». — Өфө: «Китап», 1993 й. — С. 650-се б..