Пиреней ярымутрауы
Пирене́й ярымутрауы (шулай уҡ Иберия ярымутрауы; порт. , исп. , галис. , астур. Península Ibérica, баск. Iberiar penintsula, араг. Peninsula Iberica, кат. península Ibèrica, эстр. península Ibérica, фр. péninsule Ibérique, лат. Iberia Paeninsula) — Европаның көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ярымутрау. Урта диңгеҙ, Атлантик океан, Бискай ҡултығы һыуҙары менән йыуыла.
Пиреней ярымутрауы | |
---|---|
Характеристикалары | |
Майҙаны | 600 000 км² |
Иң бейек нөктәһе | 3479 м |
Урынлашыуы | |
40°18′ с. ш. 3°43′ з. д. | |
Йыуыусы акватория | Бискай ҡултығы, Атлантик океан, Урта диңгеҙ, Гибралтар боғаҙы |
Пиреней ярымутрауы Викимилектә |
Иберия тигән икенсе исеме Боронғо Римға тиклем шул ярымутрауҙа йәшәгән Иберҙар халҡы менән бәйле.
Хәҙерге вакытта Пиреней ярымутрауында Испания, Португалия, Андорра, Франция һәм Бөйөк Британия территорияһы — Гибралтар урынлаша.
Дәүләт/Территория | км² | Ярамутрауҙан өлөш (%) | Тасуирлама |
---|---|---|---|
Испания | 493,519 | 85 | ярымутрауҙың иң ҙур өлөшөн алып тора |
Португалия | 89,261 | 15 | ярымутрауҙың көнбайыш өлөшөндә урынлаша |
Франция | 540 | 1%-тан кәм | ярымутрауҙың төньяғында бәләкәй өлөш |
Андорра | 468 | 1%-тан кәм | бәләкәй өлөш |
Гибралтар | 7 | 1 %тан кәм | Бөйөк Британия территорияһы |
Фотогалерея
- Европа картаһында урынлашыу
- Төп йылғалар
- 18 быуат картаһы
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.