Падин Андрей Викторович

Падин Андрей Викторович (20 февраль 1968 йыл) — спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1997) һәм атҡаҙанған тренеры (2003). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Рәсәй ирҙәр йыйылма командаһы тренеры[1] («А» ирҙәр командаһын функциональ әҙерләү буйынса тренер)

Падин Андрей Викторович
Зат ир-ат
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 20 февраль 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы

Биографияһы

Андрей Викторович Падин 1968 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған. 1994 йылда Силәбе физик культура институтын тамамлай.

«Труд» балалар спорт йәмғиәтендә шөғөлләнә, тренеры Ф. Ф. Әхмәҙиев.

1996—1998 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.

20012006 йылда Өфөлә балалар‑үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбендә биатлон буйынса тренер булып эшләй.

Ҡаҙаныштары

  • Европа чемпионы (1997), спринтта;
  • Рәсәй чемпионы (1995) команда ярышында һәм АҠШ-тың асыҡ чемпионатында (1997) шәхси ярыштарҙа;
  • Европа чемпионатының көмөш призеры (1997), эстафета;
  • Спринтта Европа Кубогы этабында (1996) һәм Рәсәй чемпионатының команда ярышында (2000) көмөш призер;
  • Европа Кубогы этабының бронза призеры, эстафетала (1996) һәм спринтта (2001);
  • Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2000), эстафета;
  • АҠШ асыҡ чемпионатының бронза призеры (1997), эҙәрлекләү ярышы.[2][3]

Һылтанмалар

http://biathlonrus.com/team/coaches/36087/ на сайте Союза биатлонистов России

Иҫкәрмәләр

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.