Оло Тәрәнкүл
Оло Тәрәнкүл (рус. Большо́й Тере́нкуль - Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Сыбаркүл ҡалаһы янындағы күл. Илмән ҡурсаулығы менән сиктәш.
Оло Тәрәнкүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Оло Тәрәнкүл Викимилектә |
Географияһы
Оло Тәрәнкүл тирәләй ваҡ һәм уртаса ҙурлыҡтағы күлдәр бик күп: Оло Мейәс һәм Кесе Мейәс, Савелькүл, Бүрауыҙ, Ҡайғусты, Быуа күле, Кесе Киҫегәс һәм Кесе Һуңыкүл. Яҡындағы тораҡ пункттар — Үрге Ҡараһыу, Крутолапов, Непряхино ауылдары һәм ҡасабалары Ҡымыҙлы ҡасабаһы.
Күлгә һыу тау инештәренән килә.
Административ йәһәттән Непряхино ауыл биләмәләһенә инә.
Этимологияһы
Күлдең атамаһы башҡорт телендәге «тәрән» һәм «күл » һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән[2].
Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы
Төбөн ҡомло һәм ташлы.Яры ҡомло, ҡуйы һыу үҫемлектәре менән ҡапланған. Бында табан, сабаҡ, бәләкәйалабуға һәм суртан тереклек итә [3].
Иҫкәрмәләр
- GEOnet Names Server — 2018.
- Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
- Теренкуль . Reki-ozera.ru. Дата обращения: 19 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года.
Сығанаҡтар
- Шувалов Н. И. Большой Теренкуль// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
- Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.