Оло Сәлиткүл (Силәбе өлкәһе)
Оло Сәлиткүл - рус. Большой Селиткуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Эткүл районындағы күл.
Оло Сәлиткүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Географияһы
Оло Сәлиткүл Урал федераль округы Силәбе өлкәһенең Эткүл районындағы Писклово ауыл биләмәһенә ингән күл [1].
Географик координаттары 54°36'13" N и 62°11'56" E (DMS)
Ҡулланылышы
1949 йылда Силәбе өлкәһенең Октябрьский районында 16,9 мең га майҙанда Сәлиткүл һунарсылыҡ хужалығы төҙөлә. Уның көньяҡ өлөшө
Хужалыҡтың биләмәһе Кесе Сәлиткүл менән Оло Сәлиткүл араһынан Большеникольское-Кораблево юлына тиклем һуҙыла[2]
Хужалыҡтың тәбиғәте ошо күлдәрҙекенән дә тора. Уның урмандарында еләк һәм бәшмәк күп.
Һунар фаунаһынан илек, төлкө, ҡуян, ҡор ауларға рөхсәт ителә, ағуна бар (һунар тыйыла).
Һыу ҡоштары күп - ҡаҙ, төрлө төр өйрәктәр, ҡылғойроҡ.
Балыҡтарҙан табан, суртан, алабуға, сабаҡ күпләп үрсей[2].
Этимологияһы аныҡ түгел. Башҡорт халҡында Сәлим һүҙенән ҡыҫҡартып яһалған Сәлиғәскәр тигән исем бар. Ихтимал, күл Сәли тип башланған исемдән яһалғандыр. Сәлим, Сәлих тигәндән дә килеп сығыуы ихтимал.[3].
Иҫкәрмәләр
- Озеро Большой Селиткуль 2019 йыл 3 апрель архивланған.
- Селиткульское охотничье хозяйство 2019 йыл 3 апрель архивланған.
- Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 96-97-се биттәр
Һылтанмалар
- Селиткульское охотничье хозяйство 2019 йыл 3 апрель архивланған.
- Озеро Большой Селиткуль 2019 йыл 3 апрель архивланған.