Оло Кәҫле

Оло Кәҫле (Оло Кәһте) (рус. Большие Касли - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.

Оло Кәҫле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
 Оло Кәҫле Викимилектә

Этимологияһы

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле кафедраһы профессоры Шәкүров Р.З. башҡ. Кәҫле атамаһы (диалек. Кәһте) "кәҫ" һүҙенән килеп сыҡҡан тип фараз итә [1]. (башҡ. Ҡаҙлы тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тигән фекерҙәр ҙә бар [2].

Географияһы

Кәҫле районының көнбайыш өлөшөндә , Кәҫле ҡалаһы янында урынлашҡан. Оло Кәҫле күле тирәләй бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы күлдәр күп: бында Кирете, Һуңкүл, Оло һәм Кесе Киҫегәс, Оло Алакүл, Алабуға, Ҡотташы һәм Кесе Кәҫле урынлашҡан [3].

Тасуирламаһы

Оло Кәҫле күле ағымлы, тар ғына ҡылымыҡтары аша Оло Киҫегәс һәм Кирете күлдәре менән, киң булмаған яһалма каналдар аша - Ирташ һәм Алабуға күлдәре менән тоташа, һәм Кәҫле күлдәре каскадының бер быуыны булып тора.

Күлдә ошондай балыҡтар: суртан, алабуға, сабаҡ, табан, этеш, шамбы, рипус, алабалыҡ, ҡарабалыҡ һәм башҡалар тереклек итә.

Ярҙары һөҙәк, тәпәш, бер төҫлөпәк, аҙ йырғыланған. Оло Кәҫле күле һыуйыйғысы рельефы убалы-ҡырлалы, үҫемлектәр донъяһы көньяҡ тайга ярымзонаһына ҡарай, унда ҡайын һәм ҡарағай өҫтөнлөк итә. Һыу күләме яҡынса 120 миллион куб. м тәшкил итә. Һыуы сөсө, кислородҡа бай, гидрокарбанат-кальцийлы типҡа ҡарай. Күл һыуында микроэлементтар комплексы бар, фосфор миҡдары юғары, шуға бәйле йәйге осорҙа һыу өҫтө йәшелләнә - фитопланктон ныҡ үрсей. Һыуҙың минераллашыуы - 160-180 мг/л. Һыу сифатына тәбиғи һәм антропоген факторҙар (хужалыҡ-көнкүреш һыуҙарын тейешенсә таҙартмау) йоғонтоһо көслө [4].

Һылтанмалар

  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Шәкүр Рәшит. Башҡорт диалектологияһы: уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө:Китап, 2012. — 240 бит.

15ВИ 978-5-295-05479-2

  • Матвеев А. К. «Топонимия Урала». Учебное пособие - Свердловск, 1985

Иҫкәрмәләр

  1. Шәкүр Рәшит. Башҡорт диалектологияһы: уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө:Китап, 2012. — 240 бит. 15ВИ 978-5-295-05479-2
  2. Матвеев А. К. «Топонимия Урала». Учебное пособие - Свердловск, 1985 г
  3. Обзорно-географический Атлас России. Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
  4. Касли Большие
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.