Оло Аҡкүл (Силәбе өлкәһе)
Оло Аҡҡүл - рус. Больша́я Аку́ля (также Большо́й Аку́ль) - Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге күл.
Оло Аҡкүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Этимологияһы
Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең атамаһы урыҫ теленә Аҡкүл тигәндән үҙгәреп килеп ингән тип яҙа [2][3].
Географияһы
Оло Аҡкүл күле Ҡыштым ҡала округы территорияһында, Ҡыштым ҡалаһынан 6 км алыҫлыҡта ята. Көнбайыштараҡ Кесе Аҡкүл йәйрәп ята[4]
Силәбегә тиклем араһы – 85 км, Екатеринбургҡа – 155 км
Координаттары: 55°37′42″ - киңлеге, 60°34′24″ - оҙонлоғо[5]
Тасуирламаһы
Һыу көҙгөһө майҙаны 6,3 км² ; иң тәрән урыны - 5, уртаса тәрәнлеге — 3 м. Һыу массаһы күләме - 26,9 млн. Һыу көҙгөһө майҙаны - 250,4 метр. Һыуйыйғыс бассейны майҙаны — 200 квадрат километр, диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 248 метр[6].
Күл һыуы сөсө , химик составы буйынса гидрокарбонатлы-кальцийлы тип, дөйөм минераллашыуы - 246 мг/л. Ағымлы күл, төньяғынан ҙур булмаған йылға сығып Кесе Аҡкүл күленә ҡоя. М. Акуль. Күл рекреация маҡсаттарында ҡулланыла, ярҙарында пионер лагерҙары һәм ял базалары төҙөлгән.
Төньяҡ ярында - Кесе Аҡкүлгә , көнсығышында Аҡакүл гә ҡылымыҡтар.
Флораһы һәм фаунаһы
Күлде урмандар уратып алған.
Күлдә карп, сабаҡ, суртан, табан, ҡорман, алабуға, сиг, рипус, этеш тереклек итә [7].
Иҫкәрмәләр
- GEOnet Names Server — 2018.
- Шувалов Н. И. Акуля // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- Малая Акуля
- Большая Акуля
- Чупин Н. К. Акуля Большое и Малое // Географический и статистический словарь Пермской губернии. — Пермь, 1873. — Т. 1. — С. 10.
- Большая Акуля 2019 йыл 30 март архивланған.
Сығанаҡтар
- Шувалов Н. И. Акуля // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
- Большая Акуля
- Большая Акуля 2019 йыл 30 март архивланған.