Нәфес

Нәфес (ғәр. النفس; рус. Нафс) — исламда — кешенең асылы, уның "мин"е, уның эгоһы. Кешегә һәм ендәргә хас булған барлыҡ кире сифаттарҙы ла нәфес тип атайҙар, башҡорт телендә ул нәфсе (нәпсе) варианты менән йөрөй[1].

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Нәфсе булараҡ

Нәфес йыш ҡына шәриғәт ҡанундарына ҡаршы килгән теләктәрҙең сығанағы менән бер үк — йәғни, нәфсе итеп ҡарала. Ҡөрьән Кәримдәге Ән-Нәзиғәт сүрәһе аяттарында нәфсеһен еңеп сығыусыларға ожмах баҡсалары вәғәҙә ителгән.

« Үә әммә берәү Аллаһ алдына баҫып Уға яуап биреүҙән ҡурҡһа, үә үҙен нәфесе теләгән гонаһлы эштәҙдән тыйһа,әлбиттә, йәннәт уға урындыр
Ән-Нәзиғәт 79:40, 41
»

.

[2]. Һәр бер мосолман бөтә ғүмере буйына үҙ нәфсеһе менән көрәшергә тейеш[3].

Нәфес һәм рух

Иртә ғәрәп шиғриәтендә нәфес «шәхес» йәки «кеше» тигәнде, "ә «рух» һүҙе «һулыш алыу» йәки «ел» тигәнде аңлатҡан. Ҡөрьәндә нәфес һүҙе менән "йән"де, ә рух һүҙе менән Рәсүлдең махсус фәрештәһе һәм айырым илаһи сифат аңлатыла.Ҡөрьән иңгәндән һуңғы әҙәбиәттә нәфс менән рухтың әһәмиәте үҙ-ара бәйле һәм кеше рухына, фәрештәләргә һәм ендәргә ҡарата ҡулланыла[4].

Нәфес Ҡөрьәндә

Нәфес һүҙе (күпл. әнфүс һәм Нүфүс) Ҡөрьәндә биш мәғәнәлә ҡулланыла[4].

Кеше йәненең 3 ҡылыҡһырламаһы бар:[5]:

  • ул яманлыҡҡа этәрә[6], ҡоторта[7]; кеше уны сикләргә тейеш[8], сабыр булырға[9] һәм ҡарун булмаҫҡа[10];
  • шелтәләй[11];
  • ул оялсан була[12] һәм тыныслана ала[13].

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: нәфес фәрештәләргә ҡарата ҡулланылмай[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 1-се том, 30-сы бит — ISBN 5-200-01108-6
  2. Ән-Нәзиғәт 79:40, 41
  3. Али-заде, 2007
  4. Encyclopaedia of Islam, 1993
  5. Encyclopaedia of Islam, 1993, с. 880
  6. Йусуф 12:53 (Кулиев)
  7. Ҡаф 50:16 (Кулиев)
  8. Ән-Нәзиғәт 79:40 (Кулиев)
  9. Әл-Кәһф 18:27 (Кулиев)
  10. Әл-Хәшр 59:9 (Кулиев)
  11. әл-Ҡийәмә 75:2 (Кулиев)
  12. Әт-Тәүбә 9:118 (Кулиев)
  13. Әл-Фәджр 89:27 (Кулиев)

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. Нафс // Исламский энциклопедический словарь. М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Nafs / Calverley, E.E. and I.R. Netton // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.