Нәрәле (һырт)

Нәрәле — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.

Нәрәле
Характеристики
Оҙонлоғо8 км
Киңлеге2 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге752 м
Урынлашыуы
54°47′00″ с. ш. 59°38′01″ в. д.
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Нәрәле

Учалы районы буйлап Шырымбай йылғаһы (Мейәс йылғаһы бассейны) алып Шарҙатма йылғаһына (Уй йылғаһы ҡушылдығы) тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо яҡынса 8 км, киңлеге яҡынса 2 км, абсолют бейеклеге 752 м. Һырт уйһыулыҡтар менән йырғыланған; 3 түбәһе бар. Аҫҡы палеозойҙың перидотиттары, дуниттары, пироксениттарынан тора. Һыртта — Мейәс йылғаһы, көнбайыш итәгенән Шырымбай һәм Шарҙатма башлана. Көнсығыш итәгендә Алакүл, Нәрәле, Шерәмбай һ.б. күлдәр бар. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тау тупрағындағы ҡарағай‑ҡайын урмандарынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан ғибәрәт.

Галерея

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.