Нутрия

Нутрия[1] йәки һаҙ ҡондоҙо[1][2] (лат. Myocastor coypus) — кимереүселәр отрядының нутрия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Ғәҙәттә нутриялар үҙ ғаиләһенә (Myocastoridae) иннә, әммә был классификацияның дөрөҫлөгөн молекуляр генетик тикшеренеүҙәр кире ҡаға[3][4][5][6].

Нутрия
Нутрия
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Имеҙеүселәр
Отряд: Кимереүселәр
Ғаилә: Нутрия һымаҡтар
Ырыу: Нутриялар
Төр: Нутрия
Латинса исеме
Myocastor coypus
(Molina, 1782)
Ареал
рәсем
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 14085

Дөйөм атамаһы Myocastor бор. грек. μυο- +κάστωρ килеп сыҡҡан: «сысҡан һымаҡ ҡондоҙ»

Таралышы

Көньяҡ Америка тропик бүлкәттәренең субтропик һәм көньяҡ өлөшөнөң урман зонаһында таралған; Төньяҡ Америкала, Европала, Урта Азияла, Кавказ аръяғында һәм Төньяҡ Кавказда, Ҡырғыҙстанда һәм Тажикстанда яраҡлашҡан. Ареалы йылы йәки һыуыҡ ҡышҡа ҡарап киңәйә йәки кәмей. Ҡайһы бер осраҡтарҙа һыуыҡ ҡыш туҡлыҡлы нутрияларҙың бөтөнләй юҡҡа сығыуына килтерә, мәҫәлән, Скандинавияла һәм 1980-се йылдарҙа АҠШ-тың төньяҡ штаттарында[7].

Ҡылыҡһырлама

Кәүҙә оҙонлоғо 60 см тиклем, ауырлығы 12 кг етә. Йөн япмаһы ҡаты ҡылдан һәм ҡыҫҡа ҡуйы аҫҡы йөндән тора; һорғолт көрән, ян- яғы асығыраҡ төҫтә. Башы ҙур, күҙе һәм ҡолағы бәләкәй. Танау тишегендә һыуға сумғанда тартылған япҡыс мускулдары бар. Аяғы ҡыҫҡа, алғыһы 4 бармаҡлы, артҡыһы 5 бармаҡлы, оҙонораҡ һәм ҙурыраҡ; артҡы аяғының бармаҡтары, тышҡыһынан башҡа, йөҙөү ярылары м-н тоташтырылған. Ҡойроғо 45 см тиклем, йомро, тәңкәле тире менән ҡапланған.

Үрсеүе

Нутрия йыл әйләнәһенә үрсеүгә һәләтле һәм ярайһы уҡ үрсемле. Әгәр ата заттарҙың даими әүҙем һәм енси теләге һәр саҡ булһа, инә заттар 25 — 30 көндән аша әүҙем булалар. Моногам. Енси яҡтан 3 — 8 айҙа өлгөрә, йылына 2 тапҡыр 2 — 8 бала тыуҙыра. 8—10 йыл йәшәй.

Йәшәйеше һәм туҡланыуы

Йөҙөп барыусы нутрия

Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ярым һыу йәшәү рәүеше алып бара, күл, һаҙлыҡ һәм яй ағымлы йылға ярҙарын төйәк итә. Текә ярҙа өң ҡаҙа йәки түңгәктәрҙә, екән һәм ҡамыш үҫентеләрендә асыҡ оя яһай. Тотош урманлы урындарҙы яратмай, тауҙарға (Анд тауҙарына) диңгеҙ кимәленән 1200 м бейегерәк күтәрелмәй. Чонос архипелагында (Чили) тоҙло һәм тоҙло һыу ятҡылыҡтарының ярҙары буйында йәшәй.

Һыу үҫемлектәре менән туҡлана. Ҡамыш һәм екән тамырһабаҡтары, һабаҡтары һәм япраҡтары менән туҡлана. Өҫтәмә аҙыҡ булып һыу сәтләүеге, томбойоҡ, һыу ебәге, һөлөк, моллюскылар тора.

Нутриялар ярым күсмә тормош алып бара, аҙыҡ-түлек һәм йәшәү урыны уңайлы булған ерҙе оҙаҡҡа тороп ҡала. Төркөмдә 2 — 13 нутрия була. Йәштәре, ғәҙәттә, яңғыҙ йәшәйҙәр.

Ул шәп йөҙә һәм сума. Һыу аҫтында 10 минутҡа тиклем булырға мөмкин. Эҫе көндәрҙә ул аҙ хәрәкәт итә һәм, ғәҙәттә, күләгәлә йәшеренә. Туңыусы һыу ятҡылыҡтарында йәшәргә яраҡлашмаған — һыуыҡтан һәм йыртҡыстарҙан һаҡланырлыҡ ышаныслы оя төҙөмәй. Ҡондоҙ, ондатра һәм башҡа төньяҡ ярым һыу кимереүселәре кеүек ҡышҡа аҙыҡ һаҡламай.

Халыҡ хужалығында ҡулланылышы

Башҡортостанда — ҡиммәтле тиреле йәнлекселек объекты, аҫрау системаһы — ситлектә. Ите ашарға яраҡлы.

Иҫкәрмәләр

  1. Соколов В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. 5391 назв. Млекопитающие. М.: Русский язык, 1984. — С. 199. — 352 с. 10 000 экз.
  2. Брандт Э. К. Болотный бобр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Galewski T., Mauffrey J.-F., Leite Y. L. R., Patton J. L., Douzery E. J. P. Ecomorphological diversification among South American spiny rats (Rodentia; Echimyidae): a phylogenetic and chronological approach (инг.) // Molecular Phylogenetics and Evolution : journal. — 2005. — В. 3. — Т. 34. — С. 601—615. ISSN 1055-7903. DOI:10.1016/j.ympev.2004.11.015 PMID 15683932.
  4. Upham N. S., Patterson B. D. Diversification and biogeography of the Neotropical caviomorph lineage Octodontoidea (Rodentia: Hystricognathi) (инг.) // Molecular Phylogenetics and Evolution : journal. — 2012. — В. 2. — Т. 63. — С. 417—429. ISSN 1055-7903. DOI:10.1016/j.ympev.2012.01.020 PMID 22327013.
  5. Fabre P.-H., Galewski T., Tilak M. K., Douzery E. J. P. Diversification of South American spiny rats (Echimyidae): a multigene phylogenetic approach (инг.) // Zoologica Scripta : journal. — 2013. — В. 2. — Т. 42. — С. 117—134. ISSN 1463-6409. DOI:10.1111/j.1463-6409.2012.00572.x Архивировано из первоисточника 4 июнь 2021.
  6. Fabre P.-H., Vilstrup J. T., Raghavan M., Sarkissian C. der, Willerslev E. Rodents of the Caribbean: origin and diversification of hutias unravelled by next-generation museomics (инг.) // Biology Letters : journal. — 2014. — В. 7. — Т. 10. — С. 20140266. ISSN 1744-957X. DOI:10.1098/rsbl.2014.0266 PMID 25115033. Архивировано из первоисточника 22 июль 2021.
  7. Carter, Jacoby; Billy P. Leonard. A Review of the Literature on the Worldwide Distribution, Spread of, and Efforts to Eradicate the Coypu (Myocastor coypus) // Wildlife Society Bulletin. — 2002. — Vol. 30. — № 1. — P. 162–175.

Әҙәбиәт

  • Брандт Э. К. Болотный бобр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Верещагин Н. К. Болотный бобр (нутрия), его разведение и промысел в водоемах Закавказья. — Баку: изд-во АН Азербайджанской ССР, 1950. — 145 с.
  • Sandro Bertolino, Aurelio Perrone, and Laura Gola «Effectiveness of coypu control in small Italian wetland areas» Wildlife Society Bulletin Volume 33, Issue 2 (June 2005) pp. 714-72.
  • Carter, Jacoby and Billy P. Leonard: «A Review of the Literature on the Worldwide Distribution, Spread of, and Efforts to Eradicate the Coypu (Myocastor coypus)» Wildlife Society Bulletin, Vol. 30, No. 1 (Spring, 2002), pp. 162—175.
  • Carter, J., A.L. Foote, and L.A. Johnson-Randall. 1999. Modeling the effects of nutria (Myocastor coypus) on wetland loss. Wetlands 19(1):209-219
  • Lauren E. Nolfo-Clements: Seasonal variations in habitat availability, habitat selection, and movement patterns of Myocastor coypus on a subtropical freshwater floating marsh. (Dissertation) Tulane University. New Orleans. 2006. ISBN 0-542-60916-9
  • Sheffels, Trevor and Mark Systma. «Report on Nutria Management and Research in the Pacific Northwest» Center for Lakes and Reservoir Environmental Sciences and Resources, Portland State University. December 2007. Available on-line:
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.