Нуриман районы

Нуриман районы (рус. Нуримановский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Ҡариҙел йылғаһының һул яры буйлап түбәнге ағымында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылдың авгусында Иҫке Күл районы итеп ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Ҡыҙылъяр ауылы, Өфөнән — 100 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Иглиндән 40 км алыҫлыҡта ята.

Нуриман районы
рус. Нуримановский район
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 12 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Ҡыҙылъяр ауылы
Халыҡ һаны 31247 кеше
Халыҡ тығыҙлығы 8.1
Майҙаны 2634 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102

Халыҡ һаны 2010 йылда 21,5 мең кеше (1970 — 34,3 мең; 1979 — 28,1 мең; 1989 — 22,9 мең; 1995 — 22,4 мең).

Районда 2 ҡасаба — Ҡыҙыл Шишмә (3,1 мең кеше), Павловка (1989 — 3,9 мең кеше) һәм 50 ауыл бар. Халҡының күпселеген татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, мариҙар тәшкил итә.

Билдәле шәхестәр

Географияһы

Территорияһы төньяҡлап — Өфө яҫы таулығында, ә көньяҡлап Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Территорияһының 78 процентын урман биләй. Ҡариҙел йылғаһы үҙенең ҡушылдыҡтары менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә.

Тупрағы: һоро урман, аҡһыл һоро, ҡара һоро урман, кәҫле-көлһыу. Тәбиғәт ҡомартҡылары: һыу сәтләүеге үҫкән Упҡанлы күле; Ҡыҙыл Шишмә карст сығанағы; Саруа күле шишмәһе. Районда аҡ шыршы, ҡарағай, ҡайын, йүкә, имән һәм уҫаҡ урмандары үҫә.

Доломит (Ильин), эзбизташ (Ҡыҙыл Шишмә), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ҡыҙылъяр, Түбәнге Ахлыстин), кирбес балсығы (Ҡыҙылъяр) ятҡылыҡтары табылған.

Иҡтисад

Нуриман — урман сәнәғәте һәм ауыл хужалығы районы. 205,5 мең гектар ере урман менән ҡапланған. Ағас әҙерләүселәр: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Нуриман урман хужалығы, хужалыҡ-ара урман хужалығы, “Башлеспром”дың Яманйылға урман сәнәғәте хужалығы (Ҡыҙыл Шишмә ҡас.), Саруа ағас әҙерләү бүлексәһе (“Башнефть” АНК) һ.б. Ҡариҙел йылғаһында — Павловка ГЭС-ы, Ҡыҙылъярҙа РТП һәм май заводы эшләй.

44,6 мең гектарҙы (район территорияһының 16,9 проценты) ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 27,8 мең, сабынлыҡтар — 6,8 мең, көтөүлектәр 10,0 мең гектар. Районда эре панелле йорттар төҙөү тресының ярҙамсы хужалығы (Өфө ҡалаһы) бар. Төп тармаҡтары — һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, игенселек, картуф үҫтереү. Умартасылыҡ үҫешкән.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

ЙылХалыҡ һаны
1939 62 249 [2][3]
1959 42 205 [4][3]
1970 34 119 [5][3]
ЙылХалыҡ һаны
1979 28 077 [6][3]
1989 22 985 [7][3]
2002 21 932 [8][3]
ЙылХалыҡ һаны
2010 20 824 [9]
2018 20 120 [10]
2019 19 906 [11]

Транспорт

Район территорияһы аша Иглин — Ҡыҙылъяр — Павловка автомобиль юлы үтә. Ҡыҙылъяр ауылы, Ҡыҙыл Шишмә һәм Павловка ҡасабаларында пристандәр бар.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 35 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 12 урта; музыка мәктәбе (Ҡыҙылъяр ауылы), лицей һәм һөнәрселек училищеһы (Павловка ҡасаба), Б.Й.Нуриманов музейы (Яңы Күл ауылы), 25 дөйөм китапхана, 33 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы бар.

Районда урыҫ телендә “Красный Ключ” гәзите сыға.

Иҫкәрмәләр

  1. Башҡортостан энциклопедияһы — Исмәғилев Фоат Ришат улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2019)
  2. перепись населения СССР 1939 года
  3. Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  4. перепись населения СССР 1959 года
  5. перепись населения СССР 1970 года
  6. перепись населения СССР 1979 года
  7. перепись населения СССР 1989 года
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года
  9. Всероссийская перепись населения 2010 года
  10. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  11. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.

Һылтанмалар

ауыл Советы

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.