Нузи
Нузи (йәки — Нузу, элек — Гасур) — төньяҡ Месопотамиялағы боронғо ҡала, Тигр йылғаһынан көнбайышта ятҡан, беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡтан унда хурриттар йәшәгән. Аррапхэ дәүләтенә ингән, яҡындағы Әл-илани (хәҙерге Киркук) менән бергә, был ҡәлғәле ҡала батшалыҡтың запастағы баш ҡалаһы була алған. Ҡалала шәхси һәм батша архивтарынан шына яҙыулы бик күп таштаҡталар табылған, улар беҙҙең эраға тиклем XV быуатҡа ҡарай.
Нузи | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Киркук[d] |

Месопотамия б.э.т. 2 мең йыллыҡта
Боронғо ҡала урынында әле Ираҡтың Иорган-тепе тигән тораҡ пункты урынлашҡан.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.