Нишапур

Нишапур (фарс. نیشابور — Нейшабур; (фарс. نیشابور ) — Ирандағы ҡала, төньяҡ-көнсығыш Хөрәсән-Рәзәүи провинцияһының ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы. Халҡы 276 089 кеше (2011). Илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Тәһрандан 670 км көнсығышҡа табан А-83 автомобиль юлы янында урынлашҡан. Ғүмәр Хәйәмдең тыуған ҡалаһы.

Нишапур
фарс. نیشابور
фарс. نیشاپور[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы نیشابور
Дәүләт  Иран
Административ үҙәге Нишапур, Бөйөк Сәлжүк империяһы[2], Нишапурское ханство[d] һәм Tahirid Empire[d]
Административ-территориаль берәмек Центральный бахш[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:30[d]
Халыҡ һаны 264 375 кеше (2016)[3][4]
Ир-егеттәр 132 273[4]
Ҡатын-ҡыҙҙар 132 102[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1199 метр[5]
Туғандаш ҡала Бохара, Сәмәрҡәнд һәм Хужанд
Рәсми сайт neyshabur.ir
Урындағы телефон коды 051
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Category:Burials in Nishapur[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Nishapur[d]
 Нишапур Викимилектә

Тарихы

Торамаға, ихтимал, шаһиншаһ Шапур I нигеҙ һалғандыр, һәм ул киләһе быуатта Шапур II тарафынан үҙгәртеп ҡоролған. Әлеге исеме фарсы телендәге нев-шапур — "яңы Шапур [ҡалаһы] " тигәндән килеп сыҡҡан тип фараз ителә. V быуат уртаһынан Нишапурҙа Парсияның несториан епискобы йәшәгән. Ул зороастрийсылар өсөн дә мөһим булған, сөнки яҡындағы тауҙарҙа бөйөк изге уттарҙың береһе — Адур-Бурзен-Михр урынлашҡан булған.

Мәғариф

Азад Ислам университетының Нишапур университеты һәм филиалы эшләй.

Музейҙар һәм кәшәнәләр

  • Нишапур ҡала музейы
  • Ғүмәр Хәйәм музейы
  • Нишапурҙың ғәббәсиҙәр каруан-һарайы

Билдәле кешеләре

  • Әбү Сәйет Фазыл-Аллаһ (967—1049), суфый шағир.
  • Ғүмәр Хәйәм (1048—1131) — атаҡлы шағир, математик, астроном, философ.
  • Фәрит әд-Дин Ғаттар (ваф. 1221), суфый шағир.
  • Мөслим ибн әл-Хәжәж (822—875) Имам-Хәҙис Белгесе.
  • Әл-Хәким ән — Нәйсабури хәҙис белгесе, тарихсы.
  • Әбү Бәкер Әл-Бәйһаҡи хәҙис белгесе.

Иҫкәрмәләр

  1. персидская Википедия (фарсы) — 2003.
  2. English Wikipedia community Wikipedia (ингл.) — 2001.
  3. https://www.amar.org.ir/english
  4. جمعیت به تفکیک تقسیمات کشوری (фарсы)
  5. GeoNames (ингл.) — 2005.

Әҙәбиәт

  • Бартольд В. В. Историко-географический обзор Ирана // Бартольд В. В. Сочинения. М.: Наука, 1971. — Т. VII: Работы по исторической географии и истории Ирана.
  • История Ирана с древнейших времен до конца XVIII века. Л.: Издательство Ленинградского университета, 1958. — 390 с.
  • Петрушевский И. П. Землевладение и аграрные отношения в Иране XIII-XIV веков / Отв. редактор академик И. А. Орбели. — М.-Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1960. — 492 с.
  • The Cambridge history of Iran. — Cambridge: Cambridge University Press, 1968. — P. 406—413. — 762 p. — ISBN 521 06936 X.
  • Wilkinson C. K. Nishapur: Pottery of the Early Islamic Period. — Metropolitan Museum of Art, 1973. — 374 p. — ISBN 0870990764.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.