Нахимов миҙалы
Нахимов миҙалы — СССР-ҙың дәүләт наградаһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 3 мартындағы «Хәрби миҙалдаҙры булдырыу тураһында: Ушаков миҙалы һәм Нахимов миҙалы» исемле Указына ярашлы булдырыла. Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы «Рәсәй федерацияһының дәүләт наградалары тураһында» 442-се Указы көскә ингәнгә тиклем Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 2 мартындағы 2424-1-се Указына ярашлы миҙал Рәсәй федерацияһының наградалар системаһында ҡалдырыла.
Нахимов миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 3 март 1944 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Павел Степанович Нахимов[d] |
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза |
Проектлаусы | Шепилевский Модест Анатольевич[d] |
Һаны | 13 000 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Нахимов миҙалы менән бүләкләнгәндәр |
Нахимов миҙалы Викимилектә |
Миҙал архитектор М. А. Шепилевскийҙың проекты буйынса башҡарылған.
Нахимов миҙалы тураһында Положение
Нахимов миҙалы менән Хәрби-Диңгеҙ флотының һәм сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частары һалдаттары һәм матростары, сержанттары һәм старшиналары, мичмандары һәм прапорщиктары бүләкләнә.
Нахимов миҙалы менән диңгеҙ театрҙарында караптарҙың һәм частарҙың хәрби бурыстарҙы үтәүгә булышлыҡ иткән оҫта, тәүәккәл һәм ҡыйыу ғәмәлдәре өсөн; СССР-ҙың дәүләт диңгеҙ сик буйын һаҡлауҙа күрһәткән батырлыҡ өсөн; хәрби хеҙмәтте үтәгән саҡта ғүмере өсөн хәүеф менән бәйле шарттарҙа күрһәткән фиҙакәрлеге йәки башҡа ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнәләр.
Нахимов миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм СССР-ҙың башҡа миҙалдары булған осраҡта «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
Нахимов миҙалы менән барыһы 13 000 бүләкләү башҡарыла.
Миҙал тураһында Положение 1947 һәм 1980 йылдарҙа үҙгәтелә.
Тасуирламаһы
Нахимов миҙалы 36 мм диаметрлы түңәрәктән ғибәрәт, ике баҡыр өлөштән эшләнгән. Проект һүрәтенең авторҙары — А. Л. Диоров, Б. М. Хомич, Н. А. Волков. Миҙалдың бер генә төрө бар. Элмәге миҙалға иретеп йәбештерелгән.
Һул яғында — Нахимовтың профилдә төшөрөлгән рельефлы һүрәте. Миҙал ситтәренән — «Адмирал Нахимов» яҙыуы. Нахимов профиленән аҫтараҡ — ике лавр ботағы, улар ҡушылған урында — биш мөйөшлө йондоҙ. Миҙал ҡабарынҡы нөктәләр менән ҡаймаланған.
Миҙалдың артҡы яғында — елкәнле караптың ҡабарынҡы һүрәте, һүрәт ике арҡыс-торҡос ятҡан якорь өҫтөнә трос түңәрәге һалынған. Ҡарап менән якорь һүрәте сынйыр менән ҡаймаланған. Миҙал ситтәрененән — ҡабарынҡы нөктәләр.
Миҙалдың өҫкө өлөшөндәге элмәк ярҙамында миҙал биш мөйөшлө тимер ҡалыпҡа беркетелә. Ҡалыптың артҡы яғында миҙалды кейемгә беркетә торған ҡулайлама бар. Ҡалып ебәк муар таҫма менән уратылған, таҫма күк төҫтә, өс аҡ буйлы, буйҙарҙың һәр береһенең киңлеге — 3 мм. Буйҙарҙың араһы — 2 мм, аҡ буйҙан таҫма ситенә тиклем — 5, 5 мм. Таҫманың дөйөм киңлеге — 24 мм.
Әҙәбиәт
- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 78—79. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Минск: Народная асвета, 1986. — С. 60—61.