Надеждинка (Ҡурған өлкәһе)

Надеждинка (рус. Надеждинка ,башҡортса Ҡуян Ҡыуағы ) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Надеждинка ауыл советы составына керә.

Ауыл
Надеждинка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Сафакүл районы

Ауыл биләмәһе

Надеждинка ауыл советы

Координаталар

54°44′ с. ш. 62°39′ в. д.

Халҡы

253[1] кеше (2010)

Почта индексы

641098

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

45

ОКАТО коды

37 232 830 001

ОКТМО коды

37 632 422 101

Надеждинка (Рәсәй)
Надеждинка
Надеждинка
Надеждинка (Ҡурған өлкәһе) (Ҡурған өлкәһе)
Надеждинка

Тарих

Революцияға тиклем Надеждинка ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1922 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Надеждинка ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Надеждинка ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халҡы

Халыҡ иҫәбе
2010[1]
253

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (75 %) йәшәй[2].

Инфраструктура

Ауылда мәктәп, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  2. Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Надеждинский сельский совет 2016 йыл 3 сентябрь архивланған.// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.