Мөхәддис

Мөхәддис (ғәр. محدث; рус. мухаддис) — исламда — хәҙистәрҙе өйрәнеүсе ғалим, хәҙистәр тураһындағы фән һәм уларҙың методологияһы менән шөғөлләнә.

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Эшмәкәрлеге

Мөхәддистәр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәҙистәрен йыйған, уларҙы тапшырыусылар сылбырының дөрөҫлөгөн тикшергән һәм теге йәки был хәбәрҙең уларға нисек килеп етеүен асыҡлаған. Хәҙистәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте асыҡлағас, мөхәддистар үҙҙәре уларҙы таратыусылар булған. Һәр мөхәддис бер үк ваҡытта рәүи ҙә була, әммә һәр рәүи мөхәддис булмаған[1].

Мөхәддистең туғандаш төшөнсәһе — «мөснид». Мөснидтәр — хәҙистәрҙең тапшырыусылары, улар рәүиҙәр сылбырын телгә ала, ләкин улар тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәр белмәүе ихтимал. Мөхәддистар был өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе белгән, һөҙөмтәлә уларҙың дәрәжәһе мөснидтәргә ҡарағанда юғарыраҡ булған. Йөҙ меңдән ашыу хәҙис текстарын, уларҙы тапшырыусылар сылбырын (иснәдтәр) яттан белгән мөхәддисте; шулай уҡ хәҙис тапшырыусыларҙың шәхси сифаттарына күрә хафиз тип атайҙар. Әгәр хафиз өс йөҙ меңдән ашыу хәҙис белә икән, уны «дәлил» тип атайҙар[1].

Билдәле мөхәддистәр

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. [586 Мухаддис] // Исламский энциклопедический словарь. М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.