Мөслим районы

Мөслим районыРәсәй Федерацияһының Татарстан Республикаһы составында административ-территориаль һәм муниципаль берәмек (муниципаль район). Башҡортостан Республикаһы менән сиктәш.

Муслюмовский район
Мөслим районы
Герб (аңлатма)
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Татарстан Республикаһы

Берләштерә

19 ауыл биләмәһе

Административ үҙәк

Мөслим ауылы

Барлыҡҡа килеүе

10 август 1930 йыл

Муниципаль район башлығы

Муллин Рәмил Хәмзә улы

Башҡарма комитеты етәксеһе

Ғәлимов Фирғәт Әсғәт улы

Халҡы (2016)

20 421[1]
(0.53 %)

Тығыҙлығы

13.95 кеше/км²

Милли состав

татарҙар, урыҫтар

Конфессиональ состав

мосолмандар, православиелылар

Майҙаны

1464,3 км²

Диңгеҙ
кимәленән бейеклеге
 • Иң бейек нөктәһе
 • Иң түбән нөктәһе



 200 м
 100 м

Муслюмовский район на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK (UTC+3)

Автомобиль номерҙары коды

16, 116

Рәсми сайты

Административ үҙәге — Мөслим ауылы.

Тарихы

Райондың күп кенә ауылдары башҡорттарҙың бүләр, ирәкте һәм мең ырыуҙары тарафынан нигеҙләнгән[2].

Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда хәҙерге район биләмәләрендә 11-се башҡорт кантоны ойошторола. 1920 йылға ҡәҙәр район территорияһы Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе составында була, ә 1920 йылдың 20 майында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК) һәм РСФСР-ҙың Халыҡ комисарҙары советы (СНК РСФСР) декретына ярашлы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә.

Мөслим районы 1930 йылдың 10 авгусында ойошторолған. 1963 йылдың 1 февралендә бөтөрөлә, биләмәләре Минзәлә һәм Сарман райондары составына бирелә. 1965 йылдың 12 ғинуарында тергеҙелә.

Халҡы

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2005[4]2006[5]2007[6]2008[7]2009[8]2010[9]
22 91122 33722 10121 87421 69921 69921 884
2011[10]2012[11]2013[12]2014[13]2015[14]2016[1]
21 81921 51621 27221 04320 71620 421

Муниципаль-территориаль ҡоролошо

Мөслим районында 19 ауыл берәмеге составында 71 тораҡ пункт бар:

Ауыл биләмәләреАдминистратив үҙәгеТораҡ
пункттар
һаны
ХалҡыМайҙаны,
км2
1Әмәкәй ауыл биләмәһе Әмәкәй ауылы 2 478[1]
2Баланлы ауыл биләмәһе Баланлы ауылы 3 627[1]
3Баек ауыл биләмәһе Баек ауылы 4 629[1]
4Оло Чаҡмаҡ ауыл биләмәһе Оло Чаҡмаҡ ауылы 1 450[1]
5Вәрәшбаш ауыл биләмәһе Вәрәшбаш ауылы 2 677[1]
6Исәнсеф ауыл биләмәһе Татар Бүләре ауылы 7 1139[1]
7Керәш-Шуран ауыл биләмәһе Керәш-Шуран ауылы 5 496[1]
8Мәлләтамаҡ ауыл биләмәһе Мәлләтамаҡ ауылы 2 683[1]
9Метрәй ауыл биләмәһе Метрәй ауылы 5 1096[1]
10Михайловка ауыл биләмәһе Михайловка ауылы 3 593[1]
11Мөслим ауыл биләмәһе Мөслим ауылы 2 7663[1]
12Түбәнге Табын ауыл биләмәһе Түбәнге Табын ауылы 6 1024[1]
13Яңы Уҫы ауыл биләмәһе Яңы Уҫы ауылы 2 470[1]
14Октябрь ауыл биләмәһе Октябрь ауылы 4 425[1]
15Симәк ауыл биләмәһе Симәк ауылы 5 699[1]
16Иҫке Ҡарамалы ауыл биләмәһе Иҫке Ҡарамалы ауылы 6 1074[1]
17Туйгилде ауыл биләмәһе Туйгилде ауылы 4 1257[1]
18Ураҙмәт ауыл биләмәһе Ураҙмәт ауылы 4 427[1]
19Шуган ауыл биләмәһе Урыҫ Шуганы ауылы 4 514[1]


Транспорт

Район буйлап МөслимАҙнаҡай автомобиль юлы үтә.

Мәғариф

Районда 16 урта, 11 төп, 24 башланғыс дөйөм белем биреү мәктәптәре, 1 профиль лицейы, 1 коррекцион мәктәп-интернаты, 1 урта профессиональ-техник училищеһы бар.

Билдәле шәхестәре

Категориялар ағасы (граф):
Шәхестәр:Мөслим районы
  • Днепров Пётр Алексеевич (16.01.1919—23.07.1974), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, танк батальоны командиры урынбаҫары, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1945). Әрме хеҙмәтенә Өфө районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[15][16].
  • Вәзетдинов Ғимазетдин Вәзетдин улы — Советтар Союзы Геройы.
  • Мәннәнов Илдар Мәннән улы — Советтар Союзы Геройы.
  • Сәлихов Бадыҡ Мөхәмәт улы — Советтар Союзы Геройы.
  • Кашапов Зәкәриә Кашап улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Мусин Лотфулла Ноғман улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Саҙриев Фоат Миңлеәхмәт улы — Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр

  1. Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2016 года. Дата обращения: 11 апрель 2016. Архивировано 11 апрель 2016 года.
  2. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 498—560. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  4. Административно-территориальное деление (АТД) за 2005 год. Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.
  5. Административно-территориальное деление (АТД) за 2006 год. Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.
  6. Административно-территориальное деление (АТД) за 2007 год. Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.
  7. Республика Татарстан. База данных показателей муниципальных образований на 1 января 2008-2014 годов
  8. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  9. Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2010 года
  10. Оценка численности постоянного населения Республики Татарстан на 1 января 2011 года. Дата обращения: 4 апрель 2015. Архивировано 4 апрель 2015 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  13. Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Татарстан. Казань, 2014. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  15. Сайт «Герои страны» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2019)
  16. Герои Советского Союза

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.