Мәҡсүт (Күгәрсен районы)

Мәҡсүт (рус. Максютово; икенсе атамаһы Ҡойо) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1003 кеше[2]. Почта индексы — 453346, ОКАТО коды — 80238845001.

Мәҡсүт
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Мәҡсүт ауыл Советы (Күгәрсен районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Мәҡсүт ауыл Советы (Күгәрсен районы)
Почта индексы 453346

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 52 % тәшкил итә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл411
1920 йыл 26 август570
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар547
1959 йыл 15 ғинуар793
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар1051
2002 йыл 9 октябрь1090
2010 йыл 14 октябрь100347952447,852,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 50 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Түлгән): 46 км

Тарихы

Мәҡсүт ауылы күрше Дәүләтҡол, Етеболаҡ (Күгәрсен), Бәләкәй Абыҙ, Ишбай ауылдары менән XVIII быуат уртаһында барлыҡҡа килгән. Тәүге төпләнеүсе — Ҡара-ҡыпсаҡ улусы старшинаһы Мәҡсүт Муллаҡаев билдәле. 1816 йылғы VII ревизияла улдарының исемдәре күрһәтелгән. Өлкән улы Көсөккә 71, Йәғәфәргә 64 йәш була. Өсөнсөһө Сырымбәткә 55 йәш, ул йорт старшинаһы булып хеҙмәт иткән. 1816 йылда ауыл Мәҡсүттең улы исеме менән Сырымбәт тип аталған. Уның балалары Исламғол, Абдулвәли. Дүртенсеһе Йәрмөхәмәт Муллаҡаевҡа 54 йәш була. Уның өс улы: Исмәғил, Ишмөхәмәт, Фазлыәхмәт бар. Кесе Табынбайға 28 йәш. Уның улы Ишбай — Ишбай ауылына нигеҙ һалыусы.

XVIII быуат аҙағында ауыл 25 ихатанан тора, уларҙың һәр береһендә уртаса 12,2 кеше йәшәй. 64 йылдан һуң 93 ихатаның һәр береһенә 5,7 кеше, 1920 йылда 113 ихатаның һәр береһендә 5 кеше йәшәгән.

1842 йылда 445 кешегә 140 сирек, йәғни 1128 бот яҙғы иген сәселгән[4].

Топонимикаһы

Йомаҡаева Илүзә Йомағол ҡыҙы. Мәҡсүт менән Ерекле ауылдары тирәһендәге ер-һыу атамалары[5].

Урамдары

  • Буянов урамы (рус. улица Буянова )
  • Көнсығыш урам (рус. улица Восточная )
  • Юл урамы (рус. улица Дорожная )
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы )
  • Копылов урамы (рус. улица Копылова )
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная )
  • Күл урамы (рус. улица Озерная )
  • Совет урамы (рус. улица Советская )
  • Суфиянов урамы (рус. улица Суфьянова )
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная )
  • Көньяҡ урам (рус. улица Южная )
  • Дала урамы (рус. улица Степная )
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная )
  • Зәйнәп Биишева урамы (рус. улица Зайнаб Биишевой )[6]

Иҫтәлекле урындары

  • Батталов Батталов Айбулат Илгиз улы. Бәндәбикә кәшәнәһе.[7].
  • Йомаҡаева Илүзә Йомағол ҡыҙы. Ил инәһе — Бәндәбикә[8].

Билдәле шәхестәре

  • Әхмәров Рәйес Ислам улы (25.05.1939), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, хирург. 1967—2008 йылдарҙа Мәҡсүт ауыл участка дауаханаһы мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры[9].

Видеояҙмалар

  • «Үҫеш нөктәһе» Мәҡсүт ауылы (Күгәрсен районы)[10]

Матбуғатта

  • Ейәнсура таңдары. 23 июль 2018, Бәндәбикә рухы һаҡланған ерҙә[11]
  • Аманат. 2 октябрь 2020, «Үҫеш нөктәһе» ауыл мәктәбе уҡыусыларына мөмкинлектәр аса[12]

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  4. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 146. 2022 йыл 9 апрель архивланған.
  5. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 56 — 58-се биттәр
  6. Улицы села Максютово
  7. [https://distolimp.bspu.ru/data/txtRFiels/1/6b98eacaf783e95dff3e387ae39ba314.pdf Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың III Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары. 23 март 2017 йыл. 3-сө йыйынтыҡ. 11 — 14-се биттәр]
  8. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 54 — 56-сы биттәр
  9. Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2019 год 2019 йыл 14 февраль архивланған. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 23 май 2019)
  10. YouTube сайтында Видео

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.