Мәҙинә (мәсет, Өфө)

МәҙинәӨфөләге мәсет. Ҡаланың  Дим районында Гатчин урамы, 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.

Мәсет
Мадина
башҡ. Мәҙинә
ИлРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
РеспубликаБашҡортостан Башҡортостан
ГородӨфө Өфө
АдресыГатчин урамы, 1-се йорт
йүнәлеш, мәктәпсөннәт
ТөҙөүсеООО «Дорстрансстрой»
Шәфҡәт итеүселәрӨфө мосолмандары, Марат Латыпов һм башҡалар
Төп даталары:
21 октября 2013 года — мәсеттең асылыуы
Вместимость600
Бейеклек49
Манаралар һаны4
Манара бейеклеге10
Торошоғәмәлдә

Мәсет тарихы

Өфөнөң Дим районында аҙаҡҡы ваҡытҡа тиклем тик ҙур булмаған район мәсете булған  һәм ул мәсеткә килеүселәрҙең барыһын да һыйҙыра алмаған.  Шуға күрә яңы мәсет төҙөү мәсьәләһе бик актуаль була. "Мәҙинә" мәсетенә 2010 йылыының  көҙөндә Дим районының шәхси секторындағы  ташландыҡ ерҙә нигеҙ һалына. Уның төҙөлөшө өс йыл дауамында ООО "Дорстрансстрой" фирмаһы тарафынан алып барылды. Мәсет  диндарҙың хәйере һәм башҡа ситтән йәлеп ителгән аҡсаға төҙөлдө. Мәсетте төҙөүҙә бағымсылар Советы рәйесе һәм ООО "Дорстранстрой" директорҙар Советы рәйесе Марат Латыпов ҙур өлөш индерҙе. 

Мәсетте төҙөү өсөн материал булараҡ  "Бессер" блоктары ҡулланылды. Бинаның эске биҙәлешен Сәмәркәнд рәссамдары һәм Кипрҙан уйып һырлаусылар башҡарҙы, ҡалған биҙәлеш эштәрен Өфө оҫталары эшләне.

Мәсет асыу тантанаһы 2013 йылдың 21 октябрендә уҙҙы һәм Рәсәй Үҙәк диниә назаратының 225 йыллыҡ юбилейына арналды. Сарала Рәсәй Юғары мөфтийе  Тәлғәт Тажетдин  ҡатнашты, шулай уҡ  Истанбул мөфтийе Рахми Яран,  Индонезия дини эштәр министры Сурадхорм Али, Халыҡ-ара Ислам берҙәмлеге рәйесе Хәмит Ирен әфәнде һ. б. байрамға килделәр.

Мәсет бинаһының бейеклеге 49 м. Уның 4 манараһы бар, уларҙың иң бейеге 10 метр тәшкил итә. Мәсеттең һыйҙырышлығы — 600 кеше.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.