Мәтәл

Мәтәл (рус. Метелева) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Ҡамышлы ауыл биләмәһе составына инә.

Ауыл
Мәтәл
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Арғаяш

Ауыл биләмәһе

Ҡамышлы

Координаталар

55°18′ с. ш. 60°59′ в. д.

Элекке исеме

1776

Халҡы

681[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Конфессиональ составы

мосолмандар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

75 206 850 005

Код ОКТМО

75 606 450 116

Мәтәл (Рәсәй)
Мәтәл
Мәтәл
Мәтәл (Силәбе өлкәһе)
Мәтәл

Географик урынлашыуы

Үҙәнйылға (Мейәстең һул ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

Тарихы

Мәтәл (Бохара) — әйле башҡорттарының ауылы[2]. Тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[3]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы составында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5-се башҡорт кантонының 6-сы йортона керә.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.

Халҡы

179518341866190019161920[2][3]
217300364448675562
Халыҡ иҫәбе
2002[4]2010[1]
661681

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (96 %) йәшәй[5][6].

Билдәле шәхестәр

Иҫкәрмәләр

  1. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  2. История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 196-197, 218. — 696 с. — ISBN 978-5-295-06786-0.
  3. Урал аръяғы башҡорттарының Ырымбур губернаһы составына ингән торама пункттары (1866 йылда кәмендә 100 кеше йәшәгән торамалар күрһәтелгән) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  5. База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
  6. Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.