Мәсемтау

Мәсем — Бөрйән районында урынлашҡан Көньяҡ Уралдың тау массивы. Бейеклеге 1040,3 м. 1000 м-ға еткән Көньяҡ Уралдың көньяҡ сигендәге тау һырты. Бөрйән районының иң бейек нөктәһе. Баҙал тауының көнбайышында, «Алтынсолоҡ» заказнигы биләмәһендә, Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Баҙал һыртынан көнбайышҡа ҡарай, Шүлгәнташ мәмерйәһенән 16 км алыҫлыҡта ята.

Мәсем
Мәсем тауы
Мәсем тауы
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге1040,3 м
Урынлашыуы
53°09′07″ с. ш. 57°15′18″ в. д.
Страна
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Рәсәй
Красная точка
Мәсем
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Мәсем
Мәсемдән төньяҡҡа күренеш

Атамаһы ете башҡорт ҡәбиләһенең ханы — Мәсем исеменән алынған. Ошо тау итәгендә уның йәйләү урыны булған. Мәсем хандың исеме Аҡбуҙат һәм Бабсаҡ менән Күсәк бей эпостарында ла нығынып ҡалған. Ул мифик персонаж түгел. Исеме башҡорт шәжәрәләрендә урын алған тарихи шәхес.[1]) [2]) Мәсемтау — туристар тарафынан иң теләп һайланған маршруттарҙың береһе[3].

«2008—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районында туризм индустрияһын үҫтереү» исемле республикан программала Мәсемтауға айырым иғтибар бүленә. Сөнки, башҡорт эпостарында күп тапҡырҙар телгә алыныуы, һунар туризмы, атлы туризм өсөн сығанаҡ була алыуы, туристар өсөн экстремаль сәйәхәт ойоштороу мөмкинлеге менән уғата иғтибарға лайыҡ урындарҙың береһе[4].

Ҡылыҡһырлама

Мәсемтау һыртының оҙонлоғо — 28 км, киңлеге — 3—4 км, бейеклеге — 1040 м (Мәсемтауҙың иң бейек урыны).

Түбәһе тигеҙләнгән, һуҙылған. Көнсығыш битләүҙәре текә, көнбайышы — һөҙәк. Түбәһен урман ҡаплаған.

Тау тоҡомдары — урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан, кварцлы ҡомташтарҙан, күмерле сланцтарҙан ғибәрәт.

Мәсемтауҙан Күжә йылғаһы ҡушылдыҡтары башланғыс ала.

Топографические карты

  • Карта бите N-40-XXVIII. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Русско-башкирский словарь-справочник горных объектов Республики Башкортостан (З. Б. Латыпова, З. А. Сиразитдинов, Хисамитдинова Ф. Г.)
  2. Русско-башкирский словарь-справочник горных объектов Республики Башкортостан (З. Б. Латыпова, З. А. Сиразитдинов, Хисамитдинова Ф. Г.)
  3. 2011 йыл 7 ноябрь архивланған. Мавзолей Тура-хана и Хусейнбека
  4. 2016 йыл 4 март архивланған. Распоряжение Правительства РБ от 25.06.2007 N 688-р О мерах по развитию инфраструктуры туризма на территории муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан. 2014 йыл 13 март архивланған.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.