Мәржә-и тәҡлид

Мәржә-и тәҡлид (ғәр. مرجع التقليد өлгөлө үрнәк; рус. Марджа' ат-таклид;) — шиғый дини лидерҙарының (мөжтәһидтәрҙең) юғары дини титулы. Был титул ислам хоҡуғында (Фиҡһ) һәм шәриғәт буйынса ҙур абруйлы шиғый ғөләмәләренә бирелә.

Тасуирлама

Мәржә-и тәҡлид теге йәки был мәсьәләләр буйынса шәриғәт һығымталарын (фәтүәләр) сығарыу хоҡуғына эйә, һәм йәмәғәттең барлыҡ ағзалары ла мәржә-и тәҡлидтең бойороҡтарын мотлаҡ үтәргә тейеш.

Жәғәфәри мәҙһәб тәғлимәтенә ярашлы, мәржә-и тәҡлид гонаһһыҙ һәм шиғыйҙарҙа тәртибе һәм ҡылыҡтары оҡшатыу өсөн өлгө булып торған йәшерен имамдың наместнигы тип һанала. Мәржә-и тәҡлид дөрөҫ булмаған эштән тыйылырға, динде яҡларға һәм Аллаһҡа абсолют буйһонорға һәләтле булырға тейеш[1].

Иран Ислам Республикаһында был исем конституция буйынса беркетелгән. Был титулды аятулла Хөмәйни Рухаллаһ Мусауи, Ираҡ аятуллаһы Әбүл-Ҡасим әл-Хеүей һәм башҡа аятуллалар йөрөтә[2].

Иҫкәрмәләр


Әҙәбиәт

урыҫ телендә
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.