Мәнеү
Мәнеү (рус. Манеево) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 360 кеше[2]. Почта индексы — 453491, ОКАТО коды — 80205822007.
Ауыл | |
Мәнеү рус. Манеево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар |
53°51′09″ с. ш. 55°46′33″ в. д. |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453491 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
|
Географик урыны
Мәҫәле йылғаһы (Ҡуғанаҡ йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 22 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Мәҫәле): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 33 км
Тарихы
Ауылға 1770 йылда Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. Сыуаш-татар халҡы йәшәгән. Ауылдың икенсе исеме — Бишҡайын. V рәүиз буйынса унда 300 сыуаш, 20 татар кешеһе булған. Бөтәһе лә суҡындырылғандар. 1795 йылда 320 кеше иҫәпкә алынған, 1865 йылда 70 йортта 471 кеше йәшәгән. 1920 йылда 120 йортта 766 кеше теркәлгән. V рәүиз икенсе ауылды — Кесе Мәнеүҙе лә асыҡлай. Бында мордвалар ҙа, сыуаштар ҙа йәшәгән, барлығы 172 кеше булған. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[3][4]
Этимологияһы
Ауылдың исеме антропономик сығышлы, уның тәүге төпләнеүсеһе Мәнеү (суҡындырылғандан һуң Максим Филиппов) исеме менән аталған.
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 826 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 676 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 669 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 434 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 373 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 360 | 170 | 190 | 47,2 | 52,8 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеге - сыуаштар (93%).
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Милли составы
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда йәшәүселәрҙең 93 проценты — сыуаштар
Урамдары
Билдәле шәхестәре
- Никитин Николай Моисеевич (19.12.1926—14.10.2008), ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
Иҫтәлекле урындары
- Изге Блаженная Матрона Московская ғибәҙәтханаһы
Видеояҙмаларҙа
Иҫкәрмәләр
- Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 58. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Мәнеү // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Госсправка сайтында урам исемдәре
- YouTube сайтында Видео
- YouTube сайтында Видео
Һылтанмалар
- 1811 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1816 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1818-1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Мәнеү // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2018)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 58. — ISBN 978-5-295-04683-4.