Мырҙаш

Мырҙаш (рус. Мурдашево) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 184 кеше[1]. Почта индексы — 453142, ОКАТО коды — 80249818002.

Ауыл
Мырҙаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлетамаҡ районы

Координаталар

53°23′39″ с. ш. 55°48′20″ в. д.

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 249 818 002

ОКТМО коды

80 649 418 106

ГКГН номеры

0523732

Мырҙаш (Рәсәй)
Мырҙаш
Мырҙаш
Мырҙаш (Башҡортостан Республикаһы)
Мырҙаш

Тарихы

Ҡаһым түрәнең атаһы Мырҙаш Туйсин 1814 йылда Айыусы ауылынан яңы урынға күсенеп ултыра. Шулай итеп, яңы Мырҙаш ауылына нигеҙ һалына. 1795 йылда үткәрелгән рәүиз материалдарында теркәлеүенсә, яңы ауылдағы 27 ихатала 150 кеше йәшәй. Иген игеү, мал аҫырау менән шөғөлләнеп көн итәләр. Ауылда мәсет, һыу тирмәне була. 1906 йылда бакалея лавкаһы һәм йылға аша паром да эшләгән була.

XIX быуат урталарында Айыусы ауылынан Рәхимҡул Собханҡуловтың Хөснөтдин (1821 йыл тирәһе) һәм Сәйфетдин (1832 йыл тирәһе) исемле улдары яңы ауылға - Мырҙашҡа килеп төпләнә. Хөснөтдиндең балалары — Сиражетдин (1847), Ғәйшә (1850 й. т.), Сәйфетдиндың балалары - Ғайфулла(1857 й. т.), Бибисабира (1873 -1903), Бибиғәзизә (? - 1968) һәм тағы ла өс улының исемдәре теркәлмәгән[2].


Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Мырҙашта йәшәгәндәрҙең бер өлөшө икенсе урынға күсеп төпләнә, ауылдарын Түреш-Тамаҡ тип атайҙар[3][4].

Мырҙаш ауылы риүәйәте

Мырҙаш ауылының барлыҡҡа килеүе хаҡында ошо төбәктә риүәйәт тә бар: "Атҡыса исемле бабай Ғәбдүк (Белорет районы) ауылынан Һуҡайлы йылғаһы буйында ятҡан Уҫаҡлыкүл ярына килеп төпләнә. Атҡысаның улы Өмөтбайҙан Ғәбделнасыр менән Илембай тыуа. Ғәбделнасырҙың алты малайы, ә Илембайҙың биш малайы була. Шулай итеп, улар бер ауыл булып йәшәй башлай. Ләкин туғандар араһында татыулыҡ булмай, шуға ла Илембайҙың ҡатыны, биш улын һәм ҡустыһын алып, Айыусы ауылына күсенә. Ә Ғәбделнасыр, ыҙғыш-талашлы ерҙә йәшәргә теләмәйенсә, ғаиләһе менән Һуҡайлы йылғаһының өйәнкеле, таллы, емеш-еләккә бай булған үҙәненә барып төпләнә. Тәүҙә улар йәшәгән урын Өйәнке ауылы тип йөрөтөлә.

Аҙаҡ Айыусы ауылынан Мырҙаш бабай ғаиләһе, уландары менән күсеп килә, һәм улар ауылға Мырҙаш исеменең бирелеүен юллап алалар. Ысынлап та, был риүәйәттәге факттар XIX быуатта үткәрелгән рәүиз материалдарында ла сағылыш таба[4]

1834 йылдар тирәһендә хәҙерге Ишембай районы Смаҡай ауылынан (хәҙер Ишембай ҡалаһы биҫтәһе) бер нисә малайҙы Мырҙаш ауылына теркәйҙәр, мәҫәлән, Мәхмүт Исмәғил улының малайҙары: Лоҡман, Ғәли (1 йәш), тағы бер нисә кеше. Уларҙың вариҫтары Мәхмүтов, Лоҡманов фамилияларын йөрөтә. Хәҙерге Ишембай районы Бәләкәй Мәҡсүт (Ҡарлар) ауылынан да бер нисә кеше Мырҙашҡа күсерелә, тик бер аҙҙан улар кире үҙ яғына ҡайта.

Халыҡ һаны

Дөйөм халыҡ һаны[1]
Халыҡ һаны2002—2009 халыҡ үҙгәреше
20022009кеше %
194184-10-5,15

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Стәрлетамаҡ): 37 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Айыусы): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стөрлитамак): 37 км

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.