Мусаҡай
Мусаҡай — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы ауыл. Ҡояш ауыл биләмәһе составына инә.
Мусаҡай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Куяшское сельское поселение[d][1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 226 метр |
Почта индексы | 456734 |
ОКАТО коды: 75236840007
ОКТМО коды: 75636440131
Почта индексы: 456734
Исеме
Ауыл уның нигеҙ һалыусыһы Мусаҡай исеме менән аталған (Муса һүҙенең иркәләтеү-кесерәйтеү формаһынан)[2].
Географияһы
Мусаҡай ауылы райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Ҡараболаҡ йылғаһының уң ҡушылдығы булған ҙур булмаған буйында урынлашҡан. Рельефы — ярым тигеҙлек (Урал аръяғы пенеплены); иң яҡын бейеклектәр — 226, 230 һәм 239 метр. Ландшафты — урман - дала. Мусаҡай бөтә яҡтан да урман менән уратып алынған. Район үҙәге Ҡоншаҡҡа тиклем алыҫлыҡ 53 км. Ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Ҡояш ауылы) алыҫлыҡ — 13 км. Мусаҡай ауылын күрше тораҡ пункттар менән шоссе юлдары бәйләй. Ауылдан көнбайышҡа ҡарай 2 км алыҫлыҡта Силәбе — Екатеринбург автомагистрале үтә.
Тарихы
Мусаҡай ауылына бындағы башҡорт ерҙәренә 1742 йылда суҡындырыуҙан ҡасып килеп урынлашҡан Волга буйына татарҙары нигеҙ һала[3]
1962 йылдан Мусаҡай ауылында «Ҡояш» совхозының 4-се бүлексәһе бригадаһы урынлаша.
Урамдары
Мусаҡай ауылы урам селтәре тик бер Үҙәк урамынан тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ОКТМО (урыҫ)
- Мусакаева
- Челябинская область. Энциклопедия. В 7 томах . www.encyclopedia.ru. Дата обращения: 26 август 2019.
- Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.