Морат (археологик ҡомартҡы)

Морат (рус. Мурат) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Оҙонгүл ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. XII—III мең йыллыҡтарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2].

Морат
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Урынлашыу Учалы районы

Тасуирламаһы

Урынлашыуы

Морат Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Оҙонгүл ауылынан төньяҡҡа ҡарай 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан б.э.т. XII—III мең йыллыҡтарға ҡараған археологик ҡомартҡы. Ул Көньяҡ Уралда Кесе Ҡыҙыл йылғаһы бассейндағы Оҙонкүл күленең көньяҡ-көнбайыш ярының киң морононда табылған. Күп ҡатламлы торамалар иҫәбенә инә.

Табылдыҡтары

Ҡомартҡы майҙанының 460 м² ере ҡаҙылған.

Тупраҡ араһынан 20 меңдән ашыу әйбер табылған. Күбеһенсә балсыҡ һауыт ватыҡтары, саҡматаш һәм йәшмә әйберҙәр һаҡланып ҡалған.

Мезолит дәүеренә ҡараған түбәнге ҡатламда — бысаҡҡа оҡшаш пластиналар һәм уларҙан эшләнгән әйберҙәр.

Неолит дәүеренә ҡараған киләһе ҡатламда — ябай һәм арҡыры балталар, һөңгө остары һәм уҡ башаҡтары, ҡырғыстар, һәүерташ штамптар, таш бысаҡтар һәм ауыҙ тирәләре биҙәкле туҫтаҡ ярсыҡтары, таш әйберҙәрҙән торған туплам: 12 башаҡ, пластина киҫәге, балта, ҡырғыс.

Энеолит дәүеренә ҡараған өҫкө ҡатламда — шымартылған таштан ҡорал һ.б. әйбер һыныҡтары, таштан һалынған торлаҡ ҡалдыҡтары, усаҡ эҙҙәре табылған. Керамика Суртанды мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан тора.

Табылдыҡтар күрһәтеүенсә, бында йәшәгән халыҡ һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ҡомартҡы таш быуат дәүерендә Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең таралып ултырыу процесын сағылдыра.

Асыш авторы

1963 йылда Г. Н. Матюшин асҡан һәм ул табышын 1966 йылға тиклем өйрәнгән. Геральд Николаевич — СССР һәм Рәсәй ғалим-археологы. 1961 йылдан СССР Фәндәр академияһы Археология институты ғилми хеҙмәткәре, 1977 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Тарих фәндәре докторы (1988), Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (1992) 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Иҫкәрмәләр

  1. Морат//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.