Мишкә районы

Мишкә районы (рус. Мишкинский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Мишкә ауылы. Район 1930 йылдың 20 авгусында төҙөлгән. Районда 26253 кеше йәшәй.

Мишкә районы
Мишкә районы
Флаг
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Мишкә
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d] һәм YEKT
Халыҡ һаны 22 601 кеше (1 ғинуар 2019)[1]
Административ рәүештә бүленә Аҡбулат ауыл советы, Баймырҙа ауыл советы, Оло Сухояз ауыл советы, Оло Шаҙы ауыл Советы, Ирсай ауыл советы, Ҡайраҡ ауыл советы, Камай ауыл советы, Мәүлит ауыл советы, Мишкә ауыл советы, Иҫке Арзамат ауыл советы, Тымбай ауыл Советы, Урьяҙы ауыл советы һәм Сурай ауыл советы
Сиктәш Борай районы, Ҡариҙел районы, Балтаc районы, Бөрө районы һәм Благовещен районы
Майҙан 1689,11 км²
Почта индексы 4523ХХ
Рәсми сайт mishkan.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 34749
 Мишкә районы Викимилектә

Билдәле шәхестәре

  • Абукаев-Эмгак (Абукаев Вячеслав Александрович; 5.01.1959—29.05.2008), яҙыусы һәм тәржемәсе. Башҡорт әҙиптәре әҫәрҙәрен мари теленә тәржемә итеүсе. Марий Эл Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2006) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999. Мари комсомолының Олык Ипай исемендәге премияһы (1990), шулай уҡ Яныш Ялкайн исемендәге премия (1998) һәм Марий Эл Республикаһының М. Шкетан исемендәге Дәүләт премияһы (2007) лауреаты. Туҡтар ауылынан[2].
  • Андрианов Андрей Андрианович (24.04.1939—16.04.2010), театр актёры. Мари АССР‑ының халыҡ артисы (1989) артисы. Мари Иле Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (2005). Иҫке Ҡолсобай ауылынан[3].
  • Байбулатов Валерий Тимиргалиевич (13.02.1959), ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог, Мишкә агросәнәғәт колледжы директоры. 2008—2016 йылдарҙа Бөтә мари Советы — Мер Канашта Башҡортостан Республикаһынан Совет рәйесе урынбаҫары һәм президиум ағзаһы. 1982 йылдан Мишкә район Советы депутаты, 2012—2014 йылдарҙа район Советы рәйесе. 2003—2016 йылдарҙа «Мишкә» республика мари тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире, 2016 йылдан көнсығыш мариҙарҙың милли-мәҙәи автономияһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф (2009) һәм ауыл хужалығы (2013) хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (2019).Мишкә районының почётлы гражданы исемен йөрөтә. Тигермән ауылынан.
  • Белов Михаил Ипатович (7.11.1924—24.02.2015), совет хәрби хеҙмәткәре, десантсы, генерал-майор (1979). Бөйөк Ватан һуғышында һәм Венгриялағы 1956 йылғы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, хәрби фәндәр докторы (1968), профессор (1971). Тарихсы-мемуарсы. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ (1956), ике 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм 3‑сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» (1975) ордендары кавалеры. Алексеевка ауылынан.
  • Флорид Бүләков (23.02.1948—18.01.2015), драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2013). Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы (1996) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994) лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).Оло Шаҙы ауылынан.
  • Иҡсанова Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы (14.03.1951), хор дирижёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Мишкә районының Почетлы гражданины (2020). Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан.
  • Казаков Степан Александрович (25.03.1914—7.12.1964), 1938 йылда Хәсән күле һуғышында, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Артиллерия полкының разведка начальнигы, гвардия лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1943). Яңы Троицкий ауылынан.
  • Костарев Антон Дмитриевич (18.09.1928—15.08.1985), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1958—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Бөрө районы «Урал» колхозының тракторсыһы, бригадиры һәм механизацияланған отряд етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Кесе Нәкәрәк ауылынан.
  • Легостаев Виктор Григорьевич (10.09.1948), журналистика ветераны, Бөрө районы «Победа» гәзитенең элекке баш мөхәррире. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Мишкә ауылынан.
  • Михайлов Кирилл Андреевич (2.04.1983), саңғысы-биатлонсы, 2004 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Саңғыла уҙышыу һәм биатлон буйынса бер нисә тапҡыр Паралимпия уйындары (2006, 2010, 2014) чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2006). 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Дуҫлыҡ (2014), 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2008), «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2006) ордендары кавалеры. Мишкә районының почётлы гражданы. Ҡайраҡ ауылынан[4].
  • Мурзашев Сергей Михайлович (29.09.1967) — физик культура уҡытыусыһы, хәрби-ғәмәли күпбәйге (военно-прикладное многоборье) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Сурай ауылынан[5].
  • Усков Валерий Иванович (24.10.1958—10.2013), журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2001—2013 йылдарҙа Мишкә районының «Дружба» гәзите мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Мишкә районының почётлы гражданы (2014, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылынан[6].
  • Хәмәтйәнов Өлфәт Рәхимйән улы (27.07.1938—6.12.2016), акушер-гинеколог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Рәсәй Федерацияһының (2001) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы. Ҡыҙыл Юл ауылынан[7].
  • Шамратов Ефим Шамратович (02.03.1933), хужалыҡ эшмәкәре, 1986—1997 йылдарҙа Мишкә юл төҙөү механизацияланған күсмә колоннаһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1995), райондың почётлы гражданы. Сурай ауылынан[8].
  • Әғләмов Нәғим Харислам улы (15.08.1932—24.12.2008), төҙөүсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1973). Оло Шаҙы ауылынан.[9].
  • Александров Андрей Александрович (02.03.1936— ), педагог. Халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985). Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы. Хеҙмәт ветераны. II дәрәжә «Тыуған ил алдында күрһәткән хеҙмәт өсөн» миҙалы (2001) һәм В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл айҡанлы «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Сығышы менән Иҫке Ҡолсобай ауылынан.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

ЙылХалыҡ һаны
1939 48 838 [10][11]
1959 38 139 [12][11]
1970 37 256 [13][11]
ЙылХалыҡ һаны
1979 32 710 [14][11]
1989 28 603 [15][11]
2002 27 099 [16][11]
ЙылХалыҡ һаны
2010 25 318 [17]
2017 23 419 [18]
2018 23 136 [19]
ЙылХалыҡ һаны
2019 22 601 [1]

Ауыл биләмәләре һәм ауылдар

ОКАТО коды Мишкә районы '
80 243 805 000Аҡбулат ауыл советы
80 243 805 001Яңы Аҡбулат
80 243 805 002Күскилде
80 243 805 004Иҫке Аҡбулат
80 243 805 005Яндуған
80 243 810 000Баймырҙа ауыл советы
80 243 810 001Баймырҙа
80 243 810 002Илек
80 243 810 003Ишем
80 243 810 004Ҡыҙыл Юл
80 243 810 005Левицкий
80 243 810 006Лепешкин
80 243 810 007Яңы Килмәт
80 243 810 008Тигермән
80 243 815 000Оло Сухояз ауыл советы
80 243 815 001Оло Сухояз
80 243 815 002Ҡорманай
80 243 815 003Сосновка
80 243 820 000Оло Шаҙы ауыл советы
80 243 820 001Оло Шаҙы
80 243 820 002Ҡалмаҙан
80 243 820 005Кесе Шаҙы
80 243 820 006Иштебай
80 243 820 007Ҡарасим
80 243 820 008Юбайкүл
80 243 825 000Ирсай ауыл советы
80 243 825 001Ирсай
80 243 825 003Үрге Сорокин
80 243 825 004Йылыш
80 243 825 005Митрәй
80 243 825 006Түбәнге Сорокин
80 243 830 000Ҡайраҡ ауыл советы
80 243 830 001Ҡайраҡ
80 243 830 002Андреевка
80 243 830 003Ҡарға
80 243 830 004Бикшик
80 243 830 005Сабыҡ
80 243 835 000Камай ауыл советы
80 243 835 001Камай
80 243 835 002Бабай
80 243 835 004Байтур
80 243 835 005Красный Ключ
80 243 835 006Николаевка
80 243 835 007Урыҫ-Байбаҡ
80 243 835 008У-Марий
80 243 845 000Мәүлит ауыл советы
80 243 845 001Татарбай
80 243 845 002Мәүлит
80 243 845 003Яңы Ҡарас
80 243 845 004Иҫке Атнағол
80 243 845 005Тирәкәй
80 243 850 000Мишкә ауыл советы
80 243 850 001Мишкә
80 243 850 002Яңы Васькин
80 243 850 003Иҫке Васькин
80 243 850 004Унур
80 243 850 005Ленинский
80 243 850 006Восход
80 243 850 007Ҡыйғаҙытамаҡ
80 243 850 008Яңы Ключево
80 243 855 000Яңы Троицкий ауыл советы
80 243 855 001Яңы Троицкий
80 243 855 002Бөрөбаш
80 243 855 003Михайловка
80 243 855 004Рәфәнде
80 243 855 005Укузәш
80 243 855 006Худяковка
80 243 860 000Иҫке Арзамат ауыл советы
80 243 860 001Кесе Нөкөрәк
80 243 860 002Крещенский
80 243 860 004Иҫке Нәкәрәк
80 243 860 005Озерки
80 243 860 006Иҫке Арзамат
80 243 865 000Тымбай ауыл советы
80 243 865 001Тымбай
80 243 865 002Изимари
80 243 865 003Яңы Николаевка
80 243 865 004Иҫке Ҡолсобай
80 243 865 005Туҡтар
80 243 870 000Уръяҙы ауыл советы
80 243 870 001Уръяҙы
80 243 870 002Баш-Байбаҡ
80 243 870 003Яңы Сафар
80 243 870 004Сабай
80 243 870 005Янағош
80 243 880 000Сурай ауыл советы
80 243 880 001Сурай
80 243 880 002Бөкләнде
80 243 880 003Маевка
80 243 880 004Октябрь
80 243 880 005Раевка

Иҫкәрмәләр

  1. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Абукаев-Эмгак (Абукаев) Вячеслав Александрович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2019)
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Андрианов Андрей Андрианович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2019)
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Михайлов Кирилл Андреевич 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 март 2018)
  5. МБОУ Марийская гимназия им. Я.Ялкайна села Чураево Мишкинского района Республики Башкортостан. Официальный сайт. ПЕДАГОГИЧЕСКИЙ КОЛЛЕКТИВ. Мурзашев Сергей Михайлович — учитель физической культуры 2017 йыл 3 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2017)
  6. Муниципальный район Мишкинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Усков Валерий Иванович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
  7. Башкирская энциклопедия — Хамадьянов Ульфат Рахимьянович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июль 2018)
  8. Администрация Мишкинского района. Официальный сайт. Почетные граждане. Шамратов Ефим Шамратович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2018)
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Әғләмов Нәғим Харислам улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2019)
  10. перепись населения СССР 1939 года
  11. Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  12. перепись населения СССР 1959 года
  13. перепись населения СССР 1970 года
  14. перепись населения СССР 1979 года
  15. перепись населения СССР 1989 года
  16. Всероссийская перепись населения 2002 года
  17. Всероссийская перепись населения 2010 года
  18. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  19. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.