Мирсәй Әмир
Мирсәй Әмир (тулы исеме Мирсаяф Мәсәлим улы Әмиров; 6 ғинуар 1907 йыл — 1 июнь 1980 йыл) — татар яҙыусыһы, драматург, прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ленин (1977), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1967) ордендары кавалеры.
Мирсәй Әмир | ||||
татар. Мирсаяф Мәсәлим улы Әмиров | ||||
Тыуған көнө: | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы Стәрлетамак өйәҙе[1] | |||
Вафат булған көнө: | ||||
Вафат булған урыны: | ||||
Гражданлығы: | ||||
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусыһы, драматург, прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре | |||
Ижад йылдары: |
1928—1973 | |||
Наградалары: |
| |||
Биографияһы
- Мирсәй Әмир 1907 йылдың 6 ғинуарында Өфө губернаһы Стәрлетамак өйәҙе[2] Ергән ауылында игенсе ғаиләһендә тыуа. Йәшләй етем ҡалып, ағаһы ғаиләһендә, аҙаҡ балалар йортонда һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ете йыллыҡ үрнәк-тәжрибә мәктәп-интернатында тәрбиәләнә.
- 1925 йылда Яңы Ҡарамалы волость башҡарма комитеты хеҙмәткәре һәм бер үк ваҡытта ауыл комсомол ячейкаһы секретары вазифаларын башҡара.
- 1926 йылда Ҡазанға китә, унда сәнғәт техникумына уҡырға инә.
- Ике йыл уҡығандан һуң «Ҡыҙыл йәштәр» гәзите һәм «Ауыл йәштәре» журналы редакцияһы яуаплы сәркәтибе булып күсә.
- 1929—1931 йылдарҙа Мирсәй Әмир Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, унан ҡайтҡас, хеҙмәткәр, унан һуң 1934 йылға тиклем Татарстан китап нәшриәтенең матур әҙәбиәт бүлегендә мөхәррир булып эшләй.
- 1934—1936 йылдарҙа юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр өсөн марксизм-ленинизм институты янында ойошторолған әҙерлек курсында уҡый.
- 1937 йылда Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтында ситтән тороп уҡый башлай.
- Һуғыш осоронда Мирсәй Әмир Татарстан радиокомитетында редактор булып эшләй, 1943 йыл башында ул Төньяҡ-көнбайыш фронтҡа алына, өс ай самаһы «Ватан өсөн» исемле татарса фронт гәзите редакцияһында эшләй.
- 1937, 1961—1968 йылдарҙа Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡара.
- Мирсәй Әмир 1980 йылдың 1 июнендә Ҡазанда вафат була.
Ижады
1926 йылда Ҡазанға барғас, «Ауыл йәштәре» журналының ноябрь һанында уның «Дуҫтар һәм дошмандар» исемле беренсе хикәйәһе баҫыллып сыға. Унан һуң «Үткәндәр», «Ҡурҡыныс урындар», «Хафиз бармағы», «Бәхет порошогы» һ.б. хикәйәләре донъя күрә. 1929 йылда «Пар күгәрсен» исемле повесы айырым китап булып донъя күрә. Ошо беренсе әҫәрҙәрендә М.Әмир үҙен тормоштағы үҙгәреш-яңылыҡтарға һиҙгер һәм халыҡсан юмор менән һуғарылған үткер, йор телле ҡәләм эйәһе итеп таныта. Армия хеҙмәте Мирсәй Әмир ижадына яңы темалар алып килә. 1930—1933 йылдар араһында әҙип тыныс дәүерҙәге хәрби тормош күренештәрен, ил һағына саҡырылған ауыл егеттәренең һуғыш һөнәренә өйрәнеүҙәрен ҡыҙыҡлы, көлкөлө ситуацияларға ҡуйып һүрәтләгән «Хикмәтуллиндың маневрҙа күргәндәре» исемле повесын, «Аяҡ», «Һуғыш сере», «Клим малайҙары» кеүек хикәйәләрен ижад итә. М. Әмир 30-сы йылдарҙа иғтибарын ауылда барған социаль үҙгәрештәрҙе яҡтыртыуға йүнәлтә. Колхозлашыу хәрәкәтенең башланғыс дәүерендә ауылдағы синфи көрәш күренештәрен публицистик пафос менән һүрәтләгән һәм колхоз етәксеһенең үҙенсәлекле образын кәүҙәләндергән «Беҙҙең ауыл кешеһе» (1933) исемле повесынан һуң, 1935 йылда әҙип шул уҡ темаға «Ағиҙел» тигән атаҡлы әҫәрен яҙа. Бөйөк Ватан һуғышы осронда Мирсәй Әмир совет кешеләренең яу ҡырындағы һәм тылдағы батырлыҡтарын, юғары рухи-әлаҡи сифаттарын, тормошҡа, тыуған ергә мөхәббәт хистәрен публицистик, лирик планда тасуирлаған күп һанлы очерк һәм хикәйәләрен баҫтыра («Агитатор», «Ҡотлобай батыр», «Ҡурай», «Мөстәҡим ҡарт йоҡоһо» һ.б.) Һуғыш осоронда әҙип драматургия өлкәһендә ҡәләмен һынап ҡарай, 1944 йылда донъя күргән «Миңлекамал» драмаһында ил азатлығы хаҡына бар ауырлыҡтарҙы ла еңә ала торған ныҡ ихтыярлы, рухи яҡтан бай һәм оптимист ҡатын-ҡыҙҙарҙың реалистик образын тыуҙыра. М. Әмир артабан «Тормош йыры» (1946), «Йыр дауам итә» (1947), «Наилә» (1947), «Минең ҡатын» (1955), «Хөрриәт» (1960), «Ағиҙел» исемле драма, комедияларын ижад итә.
М. Әмирҙең 50—70-се йылдарҙағы ижади уңыштары күберәген проза менән бәйле. «Саф күңел» роман-дилогияһын, «Балыҡсы ялғандары» исемле мажаралы һәм юмористик повесын, «Беҙ бәләкәй саҡтарҙа» автобиографик повесын ижад итә.
Ижадында тыуған яғы кәүҙәләнеше
Мирсәй Әмир ижадында тыуған яҡ, уның кешеләре образдары сағыу сағылыш тапты. «Ағиҙел» повесында үткән быуаттың 30-сы йылдарында Башҡортостанда ауыл хужалығын социалистик үҙгәртеп ҡороу өсөн башҡорт һәм татар крәҫтиәндәренең бергәләп көрәшеүҙәре айырыуса тулы эшләнгән образдарҙа күрһәтелә. Әҫәрҙә яңы тормошҡа аяҡ баҫҡан башҡорт ҡыҙы Артыҡбикә, Күсәрбай һәм башҡалар бөтә характер һыҙаттары менән сағылдырыла. М. Әмир повесындағы йәмле Ағиҙел күренештәре Башҡортостандың әҙәбиәттә һүрәтләнгән иң һәйбәт пейзаждары һанына инә. «Ҡурай» хикәйәһендә башҡорт егете Йомағужа Маликовтың фронттың алғы һыҙығында ут эсенән алып сыҡҡан ҡурайҙа уйнап дошманға ҡаршы яуға дәртләндереүе бер башҡорттар өсөн генә түгел, башҡа милләттәр вәкилдәре өсөн дә фашистарҙан үс алырға саҡырыу ауазы булып яңғырай. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа яҙылған «Күңелле сәйәхәт» юлъяҙма очергында әҙиптең тыуған яҡтарына ҡайтҡан саҡтағы Башҡортостан тормошондағы ыңғай үҙгәрештәр, яҡташтарының нисек йәшәүе һәм шуларҙан алған тәьҫораттары сағылыш тапҡан. «Беҙ бәләкәй саҡтарҙа» автобиографик повесында авторҙың тыуған ауылы Ергәндә үткән бала сағы ентекле тасуирлана, тыуған яғы тәбиғәте, кешеләре сағыу итеп һүрәтләнә, шулай уҡ башҡорт милләте вәкиленән булған образдар үҙенсәлекле сағылдырыла.
Иҫкәрмәләр
- Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Ергән ауылы
- Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы
Һылтанмалар
- Мирсәй Әмир // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2022)