Миркәй (күл)

Миркәй (рус. Мыркай - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл.

Миркәй
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Географияһы

Миркәй күле Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районында урынлашҡан. Күл эргәһендә Шумово һәм Шибаново ауылдары урынлашҡан.

Силәбегә тиклем ара – 45 км, Ҡурғанға — 240 км, Мейәскә – 14 км алыҫлыҡта.

Географик координаттары: 55°23′56″N 61°53′41″E [2]

Тасуирламаһы

Күл оҙонса түңәрәк һыҙатланышлы, оҙонлоғо 3,5 км, киңлеге 2,5 км. Һыу көҙгөһө майҙаны – 6,8 км². Иң тәрән урыны 5 м., уртаса тәрәнлек - 4-5 метр.

Яры тигеҙлектәргә хас; төбө ҡомло - ҡырсынташлы, ҡайһы бер урында ләмле.

Этимологияһы

Төп фараз буйынса күл атамаһы (башҡ. Миркәй) тигән ир-ат исеменән килеп сыҡҡан, был исемде иркәләп әйтеү формаһы, башҡорттарҙа киң таралған булған. [3][4].[5].

Флора һәм фаунаһы

Күл йыш ҡына ныҡ һайығып торғанлыҡтан, уны ҡамыш баҫҡан. Күл ярҙарында ҡуйы муйыллыҡтар үҫә. Әйткәндәй, муйылдарҙың ҡараһы ғына түгел, ҡыҙыл менән һарыһы ла осрай[2]

Күлдә табан, карп, алабуға һәм ротан тереклек итә[6]. Ҡоштарҙан аҡсарлаҡ - иң күбе; көйөлдө, ҡаҙҙар, өйрәктәр, аҡҡоштар, мөншөгөр, торна, ҡашҡабаш, сүрәгәй, ҡылғойроҡ, Һуна өйрәк осрай.

Иҫкәрмәләр

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Озеро Мыркай 2019 йыл 1 апрель архивланған.
  3. Мыркай, озеро (html) (недоступная ссылка история). Краеведческий портал Челябинской области. Дата обращения: 16 март 2012. Архивировано 15 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 22 октябрь архивланған.
  4. Шувалов Н. И. Мыркай// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.Мыркай
  6. Озеро Мыркай (html). Туристский портал tyr74.ru. Дата обращения: 16 март 2012. Архивировано 15 сентябрь 2012 года.

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.