Мейәс (йылға)

Мейәс (рус. Миасс) — Башҡортостанда, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә ағыусы йылға, Иҫәт йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Төньяҡ Боҙло океан бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо 658 км, бассейнының майҙаны — 21,8 мең км².

Мейәс
Характеристика
Оҙонлоғо 658 км
Бассейн 21 800 км²
Һыу сығымы 15,4 м³/с (24 км тамағынан)
Һыу ағымы
Инеше Нәрәле һырты (Көньяҡ Урал)
 · Координаталар 54°46′20″ с. ш. 59°37′26″ в. д.
Тамағы Иҫәт
 · Координаталар 56°05′44″ с. ш. 64°29′56″ в. д.
 · Координаталар 56°05′44″ с. ш. 64°29′56″ в. д.
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан, Силәбе өлкәһе, Ҡорған өлкәһе
РДҺР 14010500812111200003411
Мейәс (йылға) (Силәбе өлкәһе)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Мейәс Викимилектә

Учалы районында Нәрәле hыртының итәгендә башлана; көньяҡ-көнсығышҡа Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре биләмәләре буйлап аға. Ҡурған өлкәһендәге Каргополье ҡасабаһынан 20 км төньяҡтараҡ Иҫәткә ҡоя.

Мейәс йылғаһы башы. Нәрәле һырты

Ҡушылдыҡтары

Һул яҡтан:

Уң яҡтан:

Чашковка, Смородинка, Әтлән, Черная, Һарыҫтан, Ҡуштымға, Селянка, Тый Йылга, Оло Кейәлем, Бишкүл, Йылға, Ҡуянбай, Һыры йылга, Бишкиль, Зуз йылға, Сыбар Айгыр, Кесе Сүмләк (Чесноковка), Сүмләк, Наумовский, Тоҡман, Ҡарасел, Каменка, Ҡарасук(Карачуха), Таҡташ (Такташиха), Окунёвка, Боровлянка, Бархан, Каменка, Табарка йылғалары.

Ландшафт

Иң үрге ағышында таулы, ҡороусан; һаҙҙар һәм күлдәр янынан үтә. Силәбе өлкәһенә сыҡҡас үҙәне киңәйә бара, ағымы һүлпәнәйә. Түбән ағышында яй, киң. Силәбе ҡалаһында быуа аша үтә.

Йылға буйындағы ҡалалар һәм ауылдар

Учалы районында Уйҙа, Орловка, Илсеғол, Мулдаҡай ауылдары урынлашҡан; Силәбе өлкәһендә -- Мейәс һәм Силәбе ҡалалары.

Гидронимия

Йылғаның исеме башҡорт теленән килә. Ысын, тарихи исеме Мейәсте. Ҡобайырҙа был ап-асыҡ сағыла: Ай, Мейесте, Мейесте! Мейестенең һыуын кем эсте?..

Арғужа һыуһаҡлағысы

Йылғала Арғужа һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Арғужа һыуһаҡлағысы — 1939—1946 йылдарҙа Арғужа ГЭС өсөн Мейәс йылғаһында төҙөлә. Һыуһаҡлағыс билмәһенә Арғужа күле инә.

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.