Маһисәрүәр (йыр)

Маһисәрүәр (рус. Магисарвар) - башҡорт халыҡ йыры [1]. Был йырҙы Рауил Харрасов башҡара [2] Йыр шулай уҡ татар башҡарыусыһы Хәмдүнә Тимерғәлиева репертуарында бар[3].

Маһисәрүәр
Жанр халыҡ йыры

Тарихы

Борон башҡорттарҙа егеттәрҙе яуға оҙатыу уңайынан йырланыла торған булған. Исем ике өлөштән тора: (фарсы) Маһи- ай йөҙлө һәм сәрүәр-етәксе, башлыҡ[4] .

2014 йылда йыр йөкмәткеһенә таянып, Өфөлә клип төшөрөлә[5][6].

Текст:

Селтәрле лә батмуста сын-сынаяҡ, Әсмәбикәй,

Тотма ситтәренән дә, Маһисәрүәр, әй, ыуалыр,

Тотма ситтәренән, Маһисәрүәр, әй, ыуалыр.


Бәхетһеҙ ҙә булғанда ир-егеткәй, Әсмәбикәй,

Сит илдәргә китептәй, Маһисәрүәр, әй, юғалыр,

Сит илдәргә китептәй, Маһисәрүәр, әй, юғалыр.


Туп-туп ҡына баҫҡандай туратымдың, Әсмәбикә,

Туҡ буйҡайҙарында, Маһисәрүәр, әй, төйәге;

Туҡ буйҡайҙарында, Маһисәрүәр, әй, төйәге.


Уттарҙа ла янмаҫтай, һыуҙа батмаҫ, Әсмәбикә,

Батыр егеткәйҙең дә, Маһисәрүәр, әй, һөйәге;

Батыр егеткәйҙең дә, Маһисәрүәр, әй, һөйәге.

Иҫкәрмәләр

Тышҡы һылтанмалар



Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.