Маҡар ауыл советы (Башҡортостан)
Маҡар ауыл советы — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы ауыл биләмәһе[3].
Маҡар ауыл советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Маҡар ауылы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы |
Халыҡ һаны | 1388 кеше (1 ғинуар 2018)[2] |
Рәсми сайт | makarovo.org |
Маҡар ауыл советы Викимилектә |
Хакимиәт үҙәге — Маҡар ауылы.
Халҡы
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[4] | 2009[4] | 2010[5] | 2012[6] | 2013[7] | 2014[8] | 2015[9] |
1515 | ↗1519 | ↗1633 | ↘1601 | ↘1559 | ↘1517 | ↘1432 |
Ауыл биләмәһенең составы
№ | Ауыл | Төрө | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Макарово | село, административный центр | ↗1019[5] |
2 | Исякаево | деревня | ↘251[5] |
3 | Зигановка | село | ↗139[5] |
4 | Ибраево | деревня | ↗134[5] |
5 | Саргаево | деревня | ↘64[5] |
6 | Подгорный | деревня | ↘26[5] |
Элек ауыл советы составына Ҡазарма (1988 йылда бөтөрөлгән) һәм Ҡуҡрауыҡ утарҙары (1991 йылда бөтөрөлгән) ингән.
Урындағы үҙидара
- Ауыл советы хакимиәте
Адресы: 453232, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай районы, Маҡар ауылы, Үҙәк урамы, 28
- Хакимиәт башлыҡтары
- Рәхимов Әмир Фәттәхетдин улы (1996—2015)
- Мөхъйәнов Ильнур Илдар улы 2015 йылдан
Инфраструктураһы
- Маҡар урта белем биреү мәктәбе
- Иҫәкәй төп белем биреү мәктәбе
- Маҡар участка дауаханаһы
- Иҫәкәй фельдшар-акушер пункты
- Маҡар ауыл китапханаһы
- Иҫәкәй китапханаһы
- Ә. Мөхәмәтҡолов исемендәге музей
- Элемтә бүлексәһе
- Маҡар ауыл Мәҙәниәт йорто
- Иҫәкәй ауыл клубы
- Һарғай ауыл клубы
Иҡтисады
- Шәхси эшҡыуар «Солтанбаев С. А.» — 32 га майҙанды ҡуртымға алған; «Дуҫлыҡ» крәҫтиән-фермер хужалығы (Вәлитов Ф. М.) — 42 га; «Фонтан» КФХ-һы (Айытбаев Ф. А.) — 21 га; Корюгин А. И. — 69 га; «Рәхимов А. А» КФХ-һы — 25 га; «Лоҡманов Н. Н.» КФХ-һы — 25 га; шәхси эшҡыуар «Солтанбаев К. А.» — 10 га; Ғәббәсов Х. М. — 11,9 га майҙанды ҡуртымға алған.
- Ауыл биләмәһендә 17 эшҡыуар эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, шәхси пилорамдар эшләй: Маҡар ауылында — 5, Иҫәкәй ауылында — 1, Һарғайҙа — 1.
- Шәхси эшҡыуарҙар халыҡҡа сауҙа хеҙмәте күрһәтә — Ибрай, Зигановка, Подгорный ауылдарында дөйөм майҙаны 310 м² булған 9 сауҙа нөктәһендә[10].
Иҫтәлекле урындары
- Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе. Бында, Ағиҙел үҙәненән һуң, тайга һәм тауҙар башлана.
- Мәмерйәләр, йылғалар күп, бер нисә шарлауыҡ бар. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре ҙур майҙанды алып тора. Ҡара: Список охраняемых природных территорий Ишимбайского района.
Йәшәү шарттары
- 2013 йылдың 1 мартына Маҡар ауыл советы буйынса торлаҡ фонды 34244 м² тәшкил итә.
- Маҡар ауылында — һыу үткәргес, шишмәләр, ихаталарҙа бырауланған һыу алыу скважиналары бар. Һыу үткәргесте «Жилкомсервис» ЯСЙ-һы хеҙмәтләндерә. Быйыл тағы 200 метр һыу үткәргес һалынды, 25 йорт үҙәк һыу үткәргесенә тоташтырылды. 3,2 тыс. метр оҙонлоғондағы һыу үткәргестең хужаһы юҡ.
- Башҡа ауылдарҙа халыҡ һыуҙы шәхси ҡоҙоҡтарҙан, шишмәләрҙән ала.
- 2012 йылда 7 йорт газ үткәргескә тоташтырылды. Ауылдағы 357 йорттоң 164-енә газ үткән — газ үткәргес һалынған урамдарҙағы йорттарҙың 46 процентын тәшкил итә. Хәҙерге ваҡытта «Үҙәк, Йылға, Тау, Урал, Йәштәр урамдарына газ үткәреү буйынса проект-смета документтарының» смета хаҡы эшкәртелә һәм уның дөрөҫлөгөнә экспертиза үткәрелә.
Күренекле шәхестәр
Тарихта эҙҙәрен ҡалдырған шәхестәр
- Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы (1893—1918) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, ротмистр, 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры (1918 й.);
- Ҡарамышев Йософ Ибраһим улы (1825-?) −8-се башҡорт контоны начальнигы ярҙамсыһы (1851—1852), 3-сө дәрәжә Изге Анна (1853), 3-сө дәрәжә Святослав (1856) ордендары менән бүләкләнгән;
- Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы (1888—1922) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡорт совнпархозы рәйесе (1919—1920;
- Ҡарамышев Мөхтәр Батыргәрәй улы (1895—1841) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, ротмистр,Башҡорт ғәскәренең баш интенданты (1919).
Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре
- Вәлиев Камил Абдрахман улы (Маҡар ауыл советы биләмәһендә тыуған) — физик, фәндәр докторы, Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Әхмәтзәки Вәлидиҙең бер туған һеңлеһе Сараның улы, Маҡар ауылынан;
- Әнисә Таһирова (15.12.1941), шағир, тәржемәсе, журналист. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2011). Маҡар ауылынан.
- Сәсәнбаева Эльмира Йыһанбай ҡыҙы (Сәсәниә) (1850 й.) — шағирә, бер нисә китап авторы, Маҡар ауылынан;
- Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы — ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитенының беренсе секретары (1967-се йылдар), ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә Комитеты хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры, Маҡар ауылынан;
- Нәбиуллин Рәжәп Байғондо улы (3.03.1958) — урмансылыҡ белгесе, дәүләт эшмәкәре. 2008—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы. Ҡалыу-Айыры ауылынан[11].
- Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы (1938 й.) — йырсы, композитор, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998 й), Маҡар ауылынан;
- Нагаева Шәмисә — йырсы, вокал уҡытыусыһы, Маҡар ауылынан;
- Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы (1955 й.) — юридик фәндәр докторы (2005), профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999), полиция генерал-майоры (2004), Өфө юридик институты начальнигы (1990й.), Иҫәкәй ауылынан;
- Кәлимуллина Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы — шағирә, педагог, Иҫәкәй ауылынан;
- Фәүзиә Алтынбаева (Алтынбикә) — шағирә;
- Солтанов Радик Ирек улы — Компания «РИА» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Мәрйәм Солтанованың улы, меценат.
- Владимир Николаевич Стариков — совет, Рәсәй физигы, физика-математика фәндәре докторы (1988), профессор (1990), действительный член Нью-Йорк фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, Зигановка ауылынан;
Иҫкәрмәләр
- ОКТМО (урыҫ)
- 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- http://sovet.ishimbaimr.ru/files/Reshenia_soveta/25.04.13/Комплексная_программа_СЭР_на_2013-2015гг_скорректированная.doc 2016 йыл 9 март архивланған.
- Набиуллин Ражап Байгундович — биография/ «Viperson» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2018)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.