Марад
Марад — Месопотамияның көньяғындағы боронғо ҡала, хәҙерге Ираҡтың Кадисия мухафазаһының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан булған.
Марад | |
Культура | Шумер |
---|---|
Дәүләт | Ираҡ |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Марад Викимилектә |
Ҡаланың атамаһы Шумер батшалары исемлегендә осрамай, әммә ғибәҙәт гимндарында телгә алына. Нарам-Син батша хакимлыҡ иткән йылдарҙа (б.э.т. 2254—2218) уның улы Липитили Марадта энси була һәм ҡаланы ҡурсалаған илаһ Лугаль-Марадҡа ғибәҙәтхана төҙөтә. Урҙың өсөнсө династияһы замандарында (б.э.т. 2113—2005 йылдар) ҡала провинцияларҙың береһенең баш ҡалаһы була. Беҙҙең эраға тиклем XIX быуатта кескәй генә амори батшалығының баш ҡалаһы була. Беҙҙең эраға тиклем XVI—XII быуаттарҙа унда касситтар хакимлығы урынлаша.
Әҙәбиәт
- Trevor Bryce. The Routledge Handbook of the Peoples and Places of Ancient Western Asia. — Routledge, 2009. — P. 446—447.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.