Мазар (кәшәнә)

Мазар (ғәр. مزار — «зыярат ҡылыу урыны») — мосолман әүлиәһе ҡәбере.

Сәмәррәлә әл-Асҡари мәсете

Тарихы

Ислам тарихының тәүге быуаттарында ниндәй ҙә булһа объекттарға табыныу күренеше мәжүсилек тип һаналған. X быуат уртаһына тиклем хатта Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡәбере ғибәҙәт ҡылыу урыны булмаған[1]. IX быуат аҙағында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең һәм хөрмәт ҡаҙанған ислам дине белгестәренең (ғөләмә) ҡәберҙәре өҫтөндә маҡамдар төҙөү теркәлгән.

«Әүлиәләр» һәм уларҙың ҡәберҙәре культы X быуат аҙағынан тиҙ үҫешә башлай. Был йәһәттән айырыуса суфыйҙар ҙур роль уйнай, уларҙа рухи остаздарҙы — мөршидтәрҙе, шәйехтәрҙе ололау һәм уларҙың ҡәберҙәренә зыярат ҡылыу йолаһы барлыҡҡа килә. Суфыйҙар фекеренсә, шәйех-аралашсылар аша Аллаһҡа тапшырылған доғалар Уға туранан-тура ялбарған доғаларҙан көслөрәк. [1].

Алеппола әл-Хөсәйен мәшһәде

Ғибәҙәт ҡылыу объекты булып шулай уҡ Библия һәм Ҡөрьән пәйғәмбәрҙәре менән бәйле урындар ҙа тора. Башта "әүлиә " ҡәберҙәре, башҡа дини иҫтәлекле урындар кеүек үк, мәшһәд тип аталған. Мазарҙар тирәләй ҡайһы берҙә мәсеттәр һәм монастырҙар барлыҡҡа килә. Йыш ҡына улар тотош ҡалаларҙың үҙәгенә әйләнә (Афғанстанда — Мазари-Шәриф , Ираҡта — Нәжеф һ. б.)[1].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Большаков О. Г. Мазар // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 151. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.