Мадагаскар (утрау)

Мадагаскар (франц. Madagascar, малаг. Madagasikara; ерле атама: Nosin Dambo — ҡабандар утрауы) — ҙурлығы буйынса Ерҙә дүртенсе утрау.

Мадагаскар
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Африка
Дәүләт  Мадагаскар
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Һинд океаны
Иң юғары нөктә Марумукутру[d]
Халыҡ һаны 26 000 000 кеше
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2876 метр
Шул уҡ территорияны биләй Мадагаскар
Майҙан 587 713 км²
Урынлашыу картаһы
 Мадагаскар Викимилектә

Тасуирламаһы

Һинд океанында урынлашҡан, Африканың көнсығыш ярынан Мозамбик боғаҙы менән айырылған[1].

Утрауҙың оҙонлоғо яҡынса 1600 км, киңлеге 570 км[2], майҙаны 587 000 км². Утрау Мадагаскар дәүләтенең төп өлөшө булып тора, (баш ҡалаһы — Антананариву).

Утрауҙағы йылғалар: Бетсибока, Манчака һ.б.

Утрауҙың иң бейек нөктәһе һүнгән вулкан Марумукутру (2876 м), ул тау массивында урынлашҡан Царатанана[nl], ул утрауҙың төньяҡ өлөшөндә. Тауҙар минералдарға һәм металдарға бай: алтын, баҡыр, тимер; киң яр буйы тигеҙлектәре һаҙлы, йыш ҡына бик уңдырышлы.

Мадагаскар Африканан алыҫ булмаһа ла, уның фаунаһы һәм флораһы уникаль: утрауға ер йөҙөндәге хайуандар һәм үҫемлектәр төрҙәренең 5 % — ы тура килә, шуларҙың 80 % Мадагаскарҙан башҡа ерҙә үҫмәй һәм йәшәмәй. Уларҙың иң күренеклеһе — лемурҙар.

Иң ҙур Мадагаскар күле — Алаутра (майҙаны 200 км² тирәһе). Башҡа күлдәре — Итаси, Ихутри.

Тропик климатлы, утрауҙың көньяғын йыш ҡына субтропик климатлы тип иҫәпләйҙәр.

Координаттары

Утрауҙың төньяҡ нөктәһе — Бубаумби мороно (Амбр, 11° ю. ш. 49° в. д.), көньяҡ нөктәһе — Вухимена мороно (Сент-Мари, 25° ю. ш. 45° в. д.), көнбайыш нөктәһе Мананунука мороно (22° ю. ш. 43° в. д.) һәм көнсығыш нөктәһе -Ангунци мороно (Көнсығыш, 15° ю. ш. 50° в. д.).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Водовозов В. В. Мадагаскар // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Presentation of Madagascar (ингл.). EDBM - Economic Development Board of Madagascar (14 сентябрь 2017). Дата обращения: 6 август 2020. Архивировано 24 ғинуар 2021 года.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.