Луговской (Ырымбур өлкәһе)
Луговской — Рәсәй Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.
Луговской | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Почта индексы | 462232 |
Географияһы
Луговской ауылы Новоуральск ауылынан 4 кенә км алыҫлыҡта, Ҡыҙылаҙырсай йылғаһы буйында урынлашҡан[2].
- Климаты
Луговской ауылы климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[3].
- Сәғәт бүлкәте
Луговской ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[4]. |
[5].
Тарихы
Ауылда кете ырыуы ҡаҙаҡтары көн итә. Элгәре Аул № 2 тип йөрөтөлһә, 1960 йылғы исемлектәрҙә — «Приуральский» совхозының 4-се фермаһы[2].
1966 йылдың 17 октябрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы «Ырымбур өлкәһенең ҡайһы бер тораҡ пункттарының исемен үҙгәртеү тураһында» Указ ҡабул итә. Указ шул йылда «Ведомости Верховного Совета РСФСР» журналының 42-се һанында баҫылып сыға (20 октябрь). Шул Указға ярашлы, «Приуральский» совхозының 3-сө фермаһы Залужье тип атала башлай[6].
Этимологияһы
Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, элгәре торама Аул № 2 тип йөрөтөлһә, һуңғараҡ 1960 йылда, «Приуральский» совхозының 4-се фермаһы тип атала. 1966 йылдың 17 октябренән Луговой тип атап йөрөтөлә. Был исем уның Бурлы йылғаһы туғайҙары тәбиғәтенән сығып бирелгән. Ҡаҙаҡтар ауылды Ҡыҙылаҙыр тип йөрөтә[2].
Халҡы
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[7] |
6 |
Иҫкәрмәләр
- ОКТМО (урыҫ)
- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район . Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
- Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
- Указ Президиума ВС РСФСР от 17.10.1966 г. "О переименовании некоторых населённых пунктов Оренбургской области" // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1966. — № 42 (20 октября).
- Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
Әҙәбиәт
- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.