Көҙәй кантоны

Көҙәй кантоны (рус. Кудейский кантон) — Башҡортостан кантоны.

Көҙәй кантоны
Көҙәй кантоны
Ил Башҡортостан автономияһы
Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Яңы Күл ауылы
Ойошторолған 1919
Майҙаны 3 294 км²
Халҡы 27 725 кеше (1920)
Берләштерә Бүләкәй-Көҙәй,
Урман-Көҙәй,
өлөшләтә Иглин
һәм Надеждин улустар
Рәсми телдәр башҡорт теле

Административ үҙәге — Яңы Күл ауылы.

Тарихы

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Көҙәй кантоны ла була.

Кантон составына Өфө өйәҙенең Бүләкәй-Көҙәй, Урман-Көҙәй, өлөшләтә Иглин һәм Надеждин улустары инә. Административ үҙәге — Яңы Күл ауылы.

Көҙәй кантонында 4 күн заводы, 3 кирбес заводы, дегет һәм һабын ҡайнатыу заводтары эшләй. 1921 йылда 17 китапханаһы, 17 уҡыу өйө, халыҡ театры була. 1922 йылдың октябрендә кантон бөтөрөлә, территорияһы (2 улус) Өфө кантоны составына инә.

Халҡы

Халҡы 1920 йылда — 27725 кеше.

Бәләкәй Башҡортостан, Көҙәй кантоны 1920

География

Майҙаны — 3294 км². Төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡта Бөрө өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Дыуан кантоны, көнсығышта — Златоуст өйәҙе, көньяҡ-көнсығышта — Тамъян-Ҡатай кантоны, көньяҡта — Табын кантоны, көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта Өфө өйәҙе менән сиктәш була.

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре

  • Мәхмүт Ҡотоев (1918)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.