Көфөрлөк

Көфөр (ғәр. كفر  — Аллаһҡа ышанмау) — Исламда иң ҙур гонаһ  — Аллаһы тәғәләгә ышанмауҙы билдәләгән термин. Көфөрлөккә төшкән кешене кафыр тип атайҙар.

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Көфөрлөк төрҙәре

Көфөрлөктөң ҙур һәм бәләкәй төрҙәргә бүленә [1]. Ҙур көфөрлөк менән бәләкәйе араһында нигеҙҙә 4 айырма бар:

  1. Ҙур көфөрлөк иманғаа, тәүхидкә бөтөнләй тап килмәй, ә имандың тулы булмауы бәләкәй көфөрлөккә инә.
  2. Ҙур көфөрлөк бөтә яҡшы ғәмәлдәрҙе юйҙырта һәм кешене Исламдан сығара, ә бәләкәй көфөрлөк Исламдан сығармай.
  3. Ҙур көфөрлөк, әгәр кеше тәүбә итмәһә, Аллаһ тарафынан ғәфү ителмиәй, ә бәләкәй көфөрлөктөң ғәфү ителеүе ихтимал.
  4. Ҙур көфөрлөк кешене мәңгегә тамуҡҡа илтә, ә бәләкәй көфөрлөк ауыр язаға сәбәп булып тора.

Имам ибн әл-Ҡаййим ҙур көфөрлөктө биш төргә бүлә:

  1. Куфр әт-тәкҙиб (ғәр. كُفْرُ التَكْذِيب) - Пәйғәмбәрҙәрҙе алдыҡсылыҡта ғәйепләү, уларҙы ялғансы тип һанау.
  2. Куфр әл-истиҡбар (ғәр. كُفْرُ الإِسْتِكْبَار) - тәкәбберлек менән бәйле көфөрлөк; исламдың хаҡлығын белә тороп, уны ҡабул итмәү.
  3. Куфр әл-иғрәд (ғәр. كُفْرُ الإِعْرَاض) - Исламды тулысынча инҡар итеүгә, иҫәпкә алмауға нигеҙләнгән көфөрлөк; Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)ҙән (салләллаһу ғәләйһи үәссәләм) тулыһынса тайшаныу (рисәләтен хаҡ тип тә, ялған тип тә әйтмәү).
  4. Куфр әш-шәкк (ғәр. كُفْرُ الشَّكّ) - Исламдың хаҡлыгында шикләнеү.
  5. Куфр ән-нифак (ғәр. كُفْرُ النِفَاق) - ике йөзлөлөк-нифакҡа юл ҡуйған көфөрлөк; мосолманлығы тыштан ғына булыу, ә күңелендә дин юҡ .

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. Кяфир (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. М.: Ансар, 2007.
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Ермаков Д.В. Куфр // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. М. : Наука, 1991. — С. 145.
  • Эль Зант Камаль. Виды куфра // Расскажи мне о вере. — Идел-Пресс, 2007. — 528 с. — ISBN 978-5-85247-193-2.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.