Көнгәк заказнигы

Көнгәк заказнигы (рус. "Кунгак", заказник) — республика әһәмиәтендәге дәүләт зоология ҡурсаулығы. Һаҙ гөбөргәйеле йәшәгән мөхитте һаҡлау, хайуандарҙың ҡиммәтле һәм һирәк төрҙәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында ойошторола (2002).

Көнгәк заказнигы
урыҫ Кунгак, заказник
Төп мәғлүмәт
Майҙаны3800,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты5 июнь 2002 йыл 
Идара итеүсе ойошмаМәләүез участка урмансылығы 
Урынлашыуы
52°57′53″ с. ш. 55°55′58″ в. д.
Яҡындағы ҡалаМәләүез 
Рәсәй
Точка
Көнгәк заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Көнгәк заказнигы

Географик урыны

Мәләүез ҡалаһынан көньяҡ- көнбайышҡа табан 5 саҡрым алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 3,8 мең га, шуның 80%-ын урман тәшкил итә. Рельефы теҙемле-убалы, һыубаҫар туғайлы тигеҙлектәрҙән тора. Ҡурсаулыҡтың ҙур өлөшөн Көнгәк һырты (512 м) алып тора[1][2].

Тәбиғи үҙенсәлектәре

Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең тәбиғи үҙенсәлектәре: Һырттың көнсығыш макробитләүендә ҡатнаш йүкә-саған-ҡайын урмандары, көнбайыш битләүендә — ҡоро имәнлектәр, ҡылғанлы, ҡылбашаҡлы, типсәкле далалы һәм ситендә дала ҡыуаҡлыҡтары булған ҡатнаш киң япраҡлы урмандар таралған. Заказникта үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре: Гельм астрагалы, көмөш тәңкәғуҙаҡ, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән Залесский ҡылғаны, кәрлә күбәләк сәскә, ҡаурый ҡылған үҫә.

Хайуандар донъяһы

Америка шәшкеһе, аҫ, бурһыҡ, дала көҙәне, йылға ҡондоҙо, йәтсә, ҡабан, ҡор, ҡоралай, мышы, ондатра, төлкө, урман көҙәне, һары шәшке, һыуһар, ҡурпысыҡ, һуна өйрәк йәшәй. Заказникта Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән баҡса ҡомағы, Баҡыр йылан, дала ҡара йыланы, ҡама, оло ялман, орсоҡ йылан, һаҙ гөбөргәйеле, һоро ағуна йәшәй.

Ҡоштары

БР һәм РФ-ның Ҡыҙыл китаптарына индерелгән бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, көсөгән, өкө, европа бәрҙеһе, зөгәй осрай.

Көнгәк заказнигы территорияһында 1990 йылда биология фәндәре докторы Миһранов Марат Ғәлихан улы[3] тарафынан фән өсөн әһәмиәтле тәңкәле ҡанатлыларҙың яңы төрө — Бутлеров әберсен күбәләге билдәләнә (малинница Бутлерова).

Ҡурсаулыҡ ресурс, фәнни һәм экологик әһәмиәткә эйә[1][2].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.