Кәфен

Тасуирламаһы

Кәфенде аҡ төҫтәге материянан яһауға өҫтөнлөк бирелә, уртаса хаҡы — мәрхүмдең етешлегенә күрә. Ул яңы булырға тейеш, әммә был мөмкин түгел икән, йыуылған булыуы ла ихтимал[1].

Кәфендең минималь үлсәме — мәрхүмдең бөтә тәнен ҡаплаған бер киҫәк туҡыма[1]

Кәфен ир-егет өсөн ҡамис (оҙон күлдәк), изар (киң таҫма) һәм лифафәнән, ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡамис, изар, лифафә, баш яулығы һәм күкрәктәре өҫтөнән бәйләнгән аҡ туҡыманан ғибәрәт.[1][2].

Малайҙарҙы бер киҫәк туҡымаға төрөп ерләйҙәр, әммә 3 киҫәк тә эшләргә мөмкин, ҡыҙҙарҙы 3 ҡат- ахирәт күлдәге һәм ике киҫәк туҡымаға төрәләр[1].

Кәфенгә еҫлемайҙар һибеү яҡшы[1].

Үле тыуған йәки төшкән баланы ерләү өсөн бер ҡат туҡымаға төрәләр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • шейх Салих Аль Фаузан. Обряды похорон. — KUTUB ISLAMIYA, 2021. — 62 с.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.