Күҙәнәк

Күҙәнәк — бөтә төр организмдарҙың (күҙәнәкле төҙөлөшө булмаған вирустар һәм вироидтарҙан башҡа) төҙөлөшөн һәм йәшәйешен тәьмин иткән элементар структур-функциональ берәмек.

Прокариот күҙәнәк һүрәте

Күҙәнәктең үҙ метаболизмы (матдәләр алмашыныуы) бар, улар үҫеү һәм үрсеү һәләтенә лә эйә.

Бөтә тере организмдар күҙәнәкле төҙөлөшөнә ҡарап ике төргә бүленә: бер күҙәнәклеләр һәм күп күҙәнәклеләр. Бер күҙәнәклеләргә бактериялар инә.

Бәшмәктәр, үҫемлектәр һәм хайуандарҙың төп өлөшө күп күҙәнәкле булһа ла, улар араһында бер күҙәнәкле вәкилдәр ҙә бар (мәҫәлән, сүпрә, хлорелла, инфузория-туфелька).

Төҙөлөшө яғынан ҡарағанда күҙәнәктең ике кимәле бар: прокариот (ядроһыҙ) һәм эукариот (ядролы) күҙәнәк.

Биологияның күҙәнәктәр төҙөлөшөн һәм йәшәйешен өйрәнеүсе бүлеге цитология тип йөрөтөлә. Ғилми хеҙмттәрҙә шулай уҡ күҙәнәк биологияһы тигән төшөнсә лә ҡулланыла.

Күҙәнәкте асыу тарихы

Бөкө ағасы олононың ҡырҡылған өлөшө. Роберт Гуктың (1635—1703) «Микрография» китабынан.

инглиз ғалимы Роберт Гук күҙәнәкте иң беренсе күргән кеше һанала (ул шулай уҡ Гук законын асыусы булараҡ та билдәле).

1665 йылда, бөкө имәненең һыуҙа батмайынса йөҙөп йөрөү сәбәбен аңларға тырышып, Гук бөкө ағасы олононың йоҡа ғына итеп ҡырҡып алынған киҫемен үҙе камиллаштырған микроскоп ярҙамында ҡарай башлай.

Тикшереү барышында ул бөкөнөң бал ҡорттары умартаһындағы кәрәҙ күҙәнәктәренә оҡшаған әллә күпме ваҡ ҡына күҙәнәктәргә бүленеүен асыҡлай һәм уларҙы «күҙәнәк» тип атай (инглиз телендәге cell «күҙәнәк» тип тәржемәләнә).

Үҫемлектәрҙең дә күҙәнәктәрҙән тороуын 1675 йылда итальян табибы Марчелло Мальпигираҫлаһа, 1681 йылда инглиз ботанигы Неемия Грю шулай уҡ быны иҫбатлай.

Нәҡ ошо ваҡыттан күҙәнәкте «туҡлыҡлы һут менән тулған ҡыуыҡса» тип йөрөтә башлайҙар.

1674 йылда голланд оҫтаһы Антони ван Левенгук (Anton van Leeuwenhoek, 1632—1723) микроскоп ярҙамында һыу тамсыһында беренсе булып «ваҡ йәнлектәр»ҙе — хәрәкәт итеүсе тере организмдарҙы (инфузориялар, амёбалар һәм бактериялар) күреүегә ирешә.

Шул уҡ Левенгук тәүге булып хайуан күҙәнәктәрен — эритроцит һәм сперматозоидтарҙы күҙәтә.

Шулай итеп, XVIII быуат башына ғалимдар, үҫемлектәрҙе ҙурайтып тикшергәндән һуң, уларҙың күҙәнәктәрҙән торғанлығын асыҡлай һәм артабан бер күҙәнәкле тигән исем алған ҡайһы бер организмдарҙы ла күрә.

18021808 йылдарҙа француз тикшеренеүсеһе Шарль-Франсуа Бриссо де Мирбель үҫемлектәрҙең күҙәнәктәр төҙөгән туҡымаларҙан тороуын иҫбатлай.

Мирбелдең күҙәнәкле төҙөлөш фекерен 1809 йылда Жан Батист Ламарк хайуандар организмына ҡарата ла ҡуллана.

1825 йылда чех ғалимы Ян Пуркине ҡоштарҙың түл (инә) күҙәнәге ядроһын аса, ә 1839 йылда фәнгә хайуан һәм үҫемлек күҙәнәктәренең йәшәү процесының нигеҙе булып тороусы матдә «протоплазма» төшөнсәһен индерә.

1831 йылда инглиз ботанигы Роберт Броун беренсе булып үҫемлек күҙәнәге ядроһын һүрәтләп яҙа, ә 1833 йылда ядроның үҫемлек күҙәнәгендә мотлаҡ булырға тейешлеген асыҡлай.

Ошо осорҙан башлап күҙәнәктәрҙең ойошоуында иң мөһиме тирбәлә торған ҡаты яры — мембрана түгел, ә уның эсендә булғаны һанала башлай.

Күҙәнәк тәғлимәте

Организмдар төҙөлөшөнең 1839 йылда немец ғалимдары — зоолог Теодор Шванн һәм ботаник Маттиас Якоб Шлейден төҙөгән күҙәнәк теорияһы өс фекерҙе үҙ эсенә ала.

1858 йылда Рудольф Вирхов был теорияны тағы бер фекер менән тулыландыра, әммә ул бында хаталарға ла юл ҡуя: мәҫәлән, уның фаразлауынса күҙәнәктәр үҙ-ара ныҡлы бәйләнмәгән, һәм уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ аллы йәшәйеш кисерә. Күҙәнәктәр системаһының бер бөтөнлөгө бары тик һуңыраҡ ҡына иҫбат ителә.

1878 йылда урыҫ ғалимы Иван Дорофеевич Чистяковым үҫемлек күҙәнәктәрендәге митозды (тура булмаған бүленеүҙе) аса; 1878 йылда немец тикшеренеүсеһе Вальтер Флемминг менән П. И. Перемежко митозды хайуандарҙа ла таба.

1882 йылда В. Флемминг хайуан күҙәнәктәрендә, ә 1888 йылда Эдуард Страсбургер үҫемлек күҙәнәктәрендә мейозды (редукцион бүленеүҙе) күҙәтә.

Күҙәнәктең төҙөлөшө

Прокариот һәм эукариот күҙәнәк

Ике төркөм күҙәнәктәр бар: прокариоттар һәм эукариоттар. Прокариот күҙәнәктәрҙә ядро мембранаһы булмағанлыҡтан ДНК күҙәнәк эсендә ирекле йөрөй, шуға уларҙы ядроһыҙҙар тип атайҙар.

Эукариоттар (ядролылар) — ядролары мембрана-тышса менән уратып алынған күҙәнәктәр. Ядрола уларҙың хромосомалары урынлаша.

Прокариот күҙәнәктәргә архейҙар һәм бактерияларҙың күбеһе, ә эукариоттарға күп куҙәнәклеләр ҡарай.

Прокариот күҙәнәктәр (ядроһыҙҙар) — төҙөлөшө буйынса ябайыраҡ һәм алдараҡ (боронораҡ), ә эукариоттарҙың төҙөлөшө ҡатмарлыраҡ, һәм улар һуңыраҡ барлыҡҡа килгән. Ике төр күҙәнәктәрҙә лә цитоплазма, органеллалар, ДНК, РНК-ның төрҙәре һәм мебрана-тышса менән солғап алынған.

Прокариот күҙәнәк

Прокариоттар — күҙәнәгендә ядро мембранаһы булмаған, ДНК-һы күҙәнәк эсендә ирекле булған организм, уларҙы ҡайһы берҙә ядроһыҙҙар тип атайҙар. Прокариот күҙәнәктәргә архейҙар һәм бактерияларҙың күбеһе ҡарай.

Эукариот күҙәнәк

Был хайуан күҙәнәге һүрәте (эукариот күҙәнәк)
(1) — бәләкәй ядро
(2) — ядро
(3) — рибосома
(4) — везикула
(5) — шырыш эндоплазмик ректилиум
(6) — Гольджи аппараты
(7) — цитоһөлдә
(8) — шыма эндоплазмик ректилиум
(9) — митохондрия
(10) — лизосома
(11) — цитоплазма
(12) — пероксисома
(13) — центриоль менән центросома

Эукариоттар (ядролылар) — ядролары тышса-мембрана менән уратып алынған күҙәнәктәр, ядрола уларҙың хромосомалары урынлаша.

Эукариоттарға бер һәм күп куҙәнәкле организмдар ҡарай, йәғни Органик донъяның өс батшалығы вәкилдәре: Бәшмәктәр, Үҫемлектәр, Хайуандар.

Төп билдәләренә нәҫел материалының цитоплазманан тышса-мембрана менән айырылыуынан тыш, күҙәнәк органеллаларының(органоид) тышса-мембрана менән сикләнеүе лә инә.

Бындай органеллалар булып: митохондриялар, пластидтар (ике ҡат мембраналылар) һәм лизосомалар, эндоплазматик селтәр, йәғни, эндопластик ретикулум (ректилиум түгел һүрәттә яҙылғанса), Гольджи аппараты (бер мембраналы) тора. Прокариот күҙәнәктәрҙә мембранаһыҙ структуралар ғына була.

Күҙәнәк төҙөлөшө (компоненттары)

Бөтә күҙәнәктәр ҙә прокариот һәм эукариот булыуына ҡарамаҫтан, мембрана тышсаһынан тора. Мембрана күҙәнәктә булған эске органеллаларҙы һәм башҡа кәрәкле берләшмәләрҙе сикләп тора, тағы мембрана күҙәнәктең электрик потенциалын тота (ул хәрәкәт һәм нервы импульстарын барлыҡҡа килтерә).

Мембрана эсендә тоҙло цитоплазма күҙәнәктең иң күп урынын алып тора. Бөтә күҙәнәктәргә ДНК — гендарҙағы нәҫеллек материалдары һәм РНК бар. Информациялы (матрица) РНК, йәғни, и-РНК аҡһымдар, ферменттар яһай торған ваҡытлыса мәғлүмәт туплай. Күҙәнәктәрҙә тағы икенсе төр биомолекулалар бар.

Мембрана

Куҙәнәк цитоплазмаһы күҙәнәк мембранаһы менән (тышса) солғап алынған. Мембрана күҙәнәкте тышҡы мөхиттән һаҡлай.

Ул күбеһенсә ике ҡат липид (гидрофоб майға хас молекулалар) һәм гирдофил фосфор молекулаларынан тора. Шулай итеп, был ҡатлам ике ҡатлы фосфолипид тип атала.

Ошо мембранала урынлашҡан аҡһымдар насос һәм канал кеүек эшмәкәрлек итә. Улар ҡайһы бер молекулаларҙы күҙәнәк эсенә индерә, ә ҡайһыларын унан сығара.

Мембрананы ярым үткәреүсе тип әйтәләр, сөнки ул ҡайһы бер матдәләрҙе (молекулаларҙы йәки иондарҙы) сикләнгән күләмдә генә үткәрә, ә ҡайһыларын бөтөнләй үткәрмәй.

Күҙәнәк тышындағы рецепторҙар сигнал молекулаларын (гормондар кеүек) аныҡлаусы аҡһымдан тора.

Цитоһөлдә

Цитоһөлдә тип күҙәнәк цитоплазмаһында булған фибрилляр (еп кеүек) аҡһым структураларҙы атайҙар.

Цитоһөлдә күҙәнәктең формаһын һаҡларға ярҙам итә һәм төҙөлөшөн тәртипкә килтерә; эндоцитоз ваҡытында (тышҡы материалдарҙы йотоу) ярҙам итә; цитокинезда (күҙәнәк бүленеүе) ҡатнаша; күҙәнәк хәрәкәт иткән һәм үҫкән ваҡытта күҙәнәк өлөштәрен урынлаштырырға булыша.

Эукариот цитоһөлдә микрофиломент, аралыҡ филаментынан (промежуточные филоменты) һәм микрокөпшәләрҙән тора; ошоларға оҡшаш күҙәнәктең төҙөлөшөн контролдә тотоусы күп аҡһымдар бар.

Прокариот цитоһөлдәне өйрәнеү ныҡ үҫешмәгән, әммә ул цитокинезда, поляризацияла, күҙәнәктең формаһын тотҡарлауҙа ҡатнаша.[1]

Генетик материал

Күҙәнәктәрҙә ике төр генетик материал бар: дезоксирибонуклиен кислотаһы (ДНК) һәм рибонуклиен кислотаһы (РНК).

Организмдарҙың күбеһе оҙайлы ваҡытта генетик материал мәғлүмәтен һаҡлау өсөн ДНК ҡуллана, әммә ҡайһы бер вирустар (мәҫәлән, ретровирустар) был маҡсатта РНК-ны ҡуллана.

Организм тураһында биологик мәғлүмәт ДНК йәки РНК эҙмә-эҙлелегендә кодланған. РНК тағы мәғлүмәт тапшырыуҙа ҡулланыла (мәҫәлән, иРНК — информацион РНК), һәм фермент функцияһында ДНК-ны оҙайлы ваҡытта генетик код итеп ҡулланған организмдарҙа (мәҫәлән, рибосом РНК-һы — рРНК). Транспорт РНК-һы (тРНК) молекулаһы аҡһым эшләп сығарған ваҡытта (трансляцияла) аминокислоталар өҫтәп торалар.

Прокариот генетик материал цитоплазманың нуклеоид өлөшөндә ябай түңәрәк (ҡулса фиғылындағы) ДНК молекулаларына ойошҡан. Эукариотик генетик материал линиялы (линияр) молекула булып ядро эсендә (хромосома тип атала); өҫтәмә генетик материал менән ҡайһы бер органеллаларҙа бар (мәҫәлән, митохондрияла).

Кеше күҙәнәгендә генетик материал, ядрола (ядро геномы формаларында) һәм митохондрияла (митохондриаль геном формаларында) туплана. Кешенең ядро геномы, хромосома тип аталған 23 пар таяҡ формаһындағы ДНК-нан тора.

Митохондрияль геном, ДНК-ның ядро геномынан айырмалы рәүештә — түңәрәк (ҡулса) формаһында. Митохондриаль ДНК бик бәләкәс булыуына ҡарамаҫтан (ядро хромосомаһы менән сағыштырғанда), митохондрия энергия эшләп сығарыуҙа ҡатнашҡан 13 аҡһым кодын һәм тРНК кодын һаҡлай.

Сит генетик материал (күбеһенсә ДНК) трансфекция тип аталған процеста яһалма рәүештә күҙәнәккә индерелә ала. Әгәр сит ДНК күҙәнәк геномына индерелмәһә, был процесс ваҡытлыса, әгәр геномға инһә — тотороҡло була. Ҡайһы бер вирустар үҙенең генетик материалын күҙәнәк геномына индерә ала.

Органеллалар

Кеше кәүҙәһендә йөрәк, үпкә, бөйөр кеүек төрлө органдар бар, ошо органдар төрлө функциялар башҡара.

Күҙәнәк тә органелла тигән «бәләкәй органдарҙан» тора, органеллалар бер йәки бер нисә йәшәүгә кәрәкле булған функция башҡарырға махсуслашҡан. Эукариот һәм прокариот күҙәнәктәрендә органеллалар бар, тик эукариоттарҙа улар ҡатмарлыраҡ.

Күҙәнәктә бер-нисә төр органеллалар бар. Ҡайһылары (мәҫәлән, ядро һәм Гольджи аппараты) берешәр генә була, шул уҡ ваҡытта икенселәре (мәҫәлән, митохондриялар, лизосомалар, пероксисомалар) күп була ала (йөҙ мең тирәһе). Цитоплазмала органеллаларҙы уратып алған күҙәнәк-ара шыйыҡса тултыра.

Ядро — эукариоттарҙа ғына

Күҙәнәк ядроһында организм тураһында булған генетик мәғлүмәт яҙылған ДНК молекулаһы урынлаша.

Ядро түңәрәк формаһында һәм цитоплазманан ике ҡатлы ядро мембранаһы менән солғап алынған. Ядро тышы ДНК-ны зыян килтереү хәүефе булған молекулаларҙан һаҡлай.

Ядрола репликация һәм синтез тигән процестар бара. Репликация — ДНК молекулаһын күсереп яҙыу (икеләтеү), транскрипция — РНК молекулаһын синтезлау.

Синтезланған РНК молекулаһы ядро эсендә үҙгәрештәр кисергәндән һуң (мәҫәлән, сплайсинг процесы — РНК молекулаһынан кәрәкмәгән өлөштәрҙе юйыу) цитоплазмаға сыға. Цитоплазмала иРНК аҡһым синтезында ҡатнаша. Ядро эсендә бәләкәй ядро бар, ошонда рибосома синтезлана.

Митохондрия һәм хлоропласт

Митохондрия үҙ-аллы үрсеү һәләтенә эйә органелла булып тора. Был һәләте уның үҙ нәҫел матдәһе - ДНК молекулаларының һәм аҡһым эшләп сығарыусы рибосомалары булыуына бәйле.

Митохондрия икегә бүленеп үрсей. Эукариот күҙәнәктәрҙә митохондриялар һаны төрлө була. Был күҙәнәктең үҫеш фазаһына, үтәгән функцияһына, әүҙемлегенә бәйле.

Эукариот күҙәнәктәрҙә митохондрия энергия эшләп сығарыуҙа мөһим роль уйнай. Митохондрия күҙәнәктәрҙә тупланған туҡлыҡлы матдәләрҙе (күбеһенсә, глюкозаны) кислород ярҙамында тарҡатып АӨФ (йәки аденазинөсфосфат; урыҫса — АТФ) синтезлай. Күҙәнәктең һулау процесы ла митохондрияла бара.

Хлоропласт тип аталған органеллаларҙы дөйөм исем менән  — пластидтар тип йөрөтәләр. Хлоропласт (йәшел пластидтар) күҙәнәктең фотосинтез процесында энергия туплауҙа ҡатнаша. Ул ҡояш энергияһын ҡулланып, углекислый газ һәм һыуҙан глюкоза синтезлай.

Митохондрия һәм хлоропластың, күҙәнәк ядро геномынан тыш, үҙ гендары бар. Ике органелланың да прокариот күҙәнәктәрҙәге кеүек, түңәрәк плазмидалы ДНК-һы бар.

Эндоплазматик ретикулум

Эндоплазматик ретикулум — махсус мебрана кеҫәләренән, каналдарҙан һәм ҡыуыҡсаларҙан торған органоид. Эндоплазматик ретилумдың ике төрө бар: ҡытыршы (тышында күп рибосомалар булғанлыҡтан) һәм шыма тышлы.

Беренсеһе аҡһымдар синтезлауҙа ҡатнаша, мембрана эшләп сығара, икенсеһе — метоболизмда, липидтар синтезлауҙа һәм кальций туплауҙа ҡатнаша.

Гольджи аппараты

Гольджи аппараты эукариот күҙәнәктәрҙә генә була. Гольджи аппараты — сит яҡтары киңәйеп киткән мембрана цистерналары ҡатламы. Гольджи аппаратының төп функцияһы булып макромолекулаларҙы (аҡһым, липид) өҫтәмә эшкәртеү, өлгөрөп еткәнсе һаҡлап тороу, сортҡа айырыу тора. Был процесс секрецияла ҡулланған аҡһымдарға иң кәрәклеһе булып һанала.

Рибосома

Рибосома тигән органоид РНК комплексынан һәм аҡһым молекулаларынан тора. Рибосома ядронан килгән РНК-ны ҡулланып, конвейер линияһына оҡшаш, аминокислоталарҙан аҡһым синтезлай. Рибосома күҙәнәк эсендә ирекле йәки мембранаға беркетелгән була (эукариоттарҙа ҡытыршы эндоплазматик ретикулум, прокариоттарҙа күҙәнәк мембранаһына).[2]

Лизосома һәм пероксисома

Лизосомала аш һеңдереүсе ферменттар (гидролаз кислотаһы) бар. Лизосомалар артыҡ булған йәки туҙған органеллаларҙы, аҙыҡ өлөштәрен, тотолған вирустарҙы йәки бактерияларҙы «ашай».

Пероксисомала күҙәнәкте ағыулы пероксидтарҙан азат итеүсе ферменттар бар. Күҙәнәктә әйтеп кителгән ферменттар айырым мебрана менән уратып алынырға тейеш. Был органелланы «суицид тоҡсай» тип атайҙар, сөнки ул һытылһа, бөтә күҙәнәкте юҡҡа сығара.

Центросома

Центросома — күҙәнәк цитоһөлдәһе барлыҡа килеүҙә иң кәрәкле органоид. Центросома цитоһөлдәнең иң кәрәкле компонентын — күҙәнәк микрокөпшәләрен яһай.

Центросома ике центриолдән тора. Ул (центросома) Гольджи аппаратында һәм эндоплазмик ректилиумдағы матдәләр траспортировкаһы менән идара итә. Күҙәнәк бүленгәндә ошо центриолдәр уларҙы айырыуҙа ҡатнаша. Хайуандар күҙәнәгендә бер центросома була. Центросома ҡайһы бер бәшмәктәрҙә һәм ылымыҡтарҙа бар.

Вакуоль

Вакуолдә туҡлыҡлы матдәләр һәм кәрәкмәгән ҡалдыҡтар туплана. Ҡайһы бер вакуоль өҫтәмә һыу һаҡлағыс булып тора.

Күбеһенсә уны күҙәнәк эсендәге шыйыҡса тип атайҙар (күҙәнәк һуты). Амёба кеүек күҙәнәктәр вакуолдәге артыҡ һыуҙы ҡыҫып сығара ала. Эукариот күҙәнәктәрҙә вакуоль ҙурыраҡ була.

Күҙәнәк тышы структураһы (төҙөлөшө)

Капсула

Бактерияларҙың ҡайһы берҙәрендә күҙәнәк стенаһынан тыш желатинға оҡшаған капсулалар бар. Капсулалар, полисахарид (пневмококкта, менингококкта), полипептид (себер язваһы таяҡсаларында) йәки гиалурон кислотаһынан (стрептококктарҙа) эшләнгән була.

Капсула ябай буяғыс матдәләргә түгел, ә махсус буяуға ғына буяла (аңлатма: күҙәтеү өсөн). Капсула функцияһы булып күп бактерияларҙың вирулентлығын (уҡы: зыянлығын) — аныҡлау тора. Капсула, организмдың лайлалы урындарҙа йәбешеп тороуында роль уйнай.

Ҡамсылар (флагелла)

Ҡамсылар ярҙамында күҙәнәктәр хәрәкәт итә. Ошо органелла цитоплазмала башланып, күҙәнәк сите аша сыға. Улар оҙон епкә оҡшаш аҡһымдар. Ҡамсылар күбеһенсә бактерия һәм хайуан күҙәнәктәрендә лә була.

Фимбриялар (пили)

Ҡыҫҡа сәс кеүек булалар, pilin аҡһымынан яһалған. Фимбриялар бактерияларҙың күҙәнәктәргә йәбешенеүенә булышлыҡ итә. Пилиның бер нисә төрө бар, мәҫәлән енси пили.

Функцияһы

Үҫеү һәм метоболизм

Күҙәнәк метоболизм арҡаһында үҫә. Метоболизм (матдәләр алмашыныуы) — күҙәнәккә йәшәү өсөн кәрәкле булған процесс.

Метоболизм ике стадияға бүленә: катаболизм (ҡатмарлы органик берләшмәләрҙән ябайыраҡ берләшмәләргә тарҡалыу — энергия етештерә) һәм анаболизм (энергия ярҙамында аҡһымдар, сахарозалар, липидтар һәм нуклиен кислоталары синтезлау — энергия ҡулланыла).

Организм шәкәрҙәр комплексын ябайыраҡ молекулаға — глюкозаға тарҡата. Ә глюкоза үҙ сиратында тарҡалып энергияһын АӨФҡа (аденозинөсфосфат — күҙәнәк энергия формаһы) тапшыра, ошо энергия тапшырыу процесы ике юл буйынса барырға мөмкин.

Беренсе юл, гликолиз, кислородһыҙ бара һәм анаэроб метаболизм тип тә атала. Был ысул менән барған реакцияларҙа водород иондары барлыҡа килә, ә улары үҙ сиратында АӨФ етештерелгәндә ҡулланыла. Прокариот күҙәнәктәрҙә, гликолиз — энергетик АӨФ туплауҙа берҙән-бер ысул булып тора.

Икенсе юл, Кребс циклы (йәки лимон кислотаһы циклы) тип атала. Был процесс митохондрия эсендә бара һәм күҙәнәктең бөтә функцияларын үтәрлек АӨФ эшләп сығара. Был ысул — энергетик яҡтан уңышлыраҡ.

Үрсеү

Күҙәнәк бүленеүе тип бер күҙәнәктең ике яңы йәш күҙәнәккә бүленеүен атайҙар. Бүленеү арҡаһында күп күҙәнәклеләр үҫә (туҡыма уҫеү), ә бер күҙәнәклеләр — үрсей (вегетатив үрсеү).

Прокариот күҙәнәктәр ике өлөшкә бүленеп һандарын икеләтһә, эукариоттар, ядро бүленеү процесы (митоз) һәм цитокинез (прокариот күҙәнәк бүленеүе) стадиялары аша үтеп, икеләнә.

Аҡһым синтезлау

Күҙәнәктәр үҙ эшмәкәрлегендә кәрәк булған аҡһымдарҙы синтезлау һәләтенә эйә. Аҡһым синтезлау процесы тип, ДНК һәм РНКла яҙылған мәғлүмәтте ҡулланып, аминокислоталарҙан (төҙөлөш материалдарынан) аҡһым яһау процесын атайҙар. Аҡһым синтезлау процесы ике төп этаптан тора: транскрипция һәм трансляция.

Транскрипция ваҡытында ДНК молекулаһында яҙылған мәғлүмәтте уҡыу, һәм ошо мәғлүмәтте иРНК-ға (информацион РНК) яҙыу бара. Трансляция процесында рибосомала иРНК-ла (информацион РНК) яҙылған мәғлүмәт буйынса аҡһым синтезлана.

Хәрәкәт

Күҙәнәктәр ҡайһы процестарҙа хәрәкәт итә ала, мәҫәлән, яра төҙәлгән саҡта, иммунитет реакцияһында һәм рак метастазаһында. Яраны төҙәлтер өсөн аҡ ҡан күҙәнәктәре зарар күргән ергә йүнәләләр һәм инфекция бактерияларын йоталар.

Шул уҡ ваҡытта фибробластар (тоташтырыусы туҡыма күҙәнәге) яраланған уранға йүнәлә һәм зыян күргән структураларҙы дауалай.

Иҫкәрмәләр

  1. Michie K, Löwe J (2006). «Dynamic filaments of the bacterial cytoskeleton». Annu Rev Biochem 75: 467-92.
  2. Ménétret JF, Schaletzky J, Clemons WM, et al., CW; Akey (December 2007). «Ribosome binding of a single copy of the SecY complex: implications for protein translocation». Mol. Cell 28 (6): 1083-92.

Әҙәбиәт

  • Биологический энциклопедический словарь / Гл. редактор Гиляров М. С.. М.: «Советская энциклопедия», 1986. — 831 с. 100 000 экз.
  • Албертс Б., Брей Д., Льюис Дж., Рэфф М., Робертс К., Уотсон Дж. Молекулярная биология клетки: В 3-х т. — 2-ое, переработанное. М.: «Мир», 1993. — Т. 2. — 539 с. — ISBN 5-03-001987-1.
  • Булдаков Л. А., Калистратова В. С. Радиоактивное излучение и здоровье. М.: Информ-Атом, 2003. — 165 с.
  • Гилберт С. Биология развития: в 3-х томах. М.: «Мир», 1995. — Т. 3. — 352 с. 5000 экз. — ISBN 5-03-001833-6.

Периодик баҫмалар

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.